Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 12:35

Дауалау сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник онкология диспансерына CUSA NXT ультратауышлы аспиратор-деструкторы килтерелгән.

Был аппарат ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәр менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә алынған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был прибор – онкологик хирургияла мотлаҡ файҙаланылған аппараттарҙың береһе. CUSA NXT ультратауышлы аспиратор-деструкторы ярҙамында үткәрелгән операция ваҡытында ҡан аҙыраҡ юғалтыла һәм башҡа яҡшы яҡтары бар икән.
Табип-онкологтар белдереүенсә, CUSA NXT ультратауышлы аспиратор-деструкторы онкология диспансеры пациенттарын хирургик дауалау сифатын һиҙелерлек күрһәтергә ярҙам итәсәк.
Фото:республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Daualau-sifatin-k-t-re-g-bulishli-it-s-k-342765/
Читайте нас: