Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 15:05

Башҡортостан шарлауыҡтарын беләһегеҙме?

Тыуып үҫкән Башҡортостаныбыҙ ҙа ял һәм сәйәхәт итеү өсөн бына тигән гүзәл урындарға эйә. Бөгөнгө һүҙебеҙ шарлауыҡтар тураһында.

Башҡортостанда Атыш, Күперле, Шарлама, Ғәҙелша, Күкҡарауыҡ шарлауыҡтары туристарҙың яратҡан урыны һанала. Уларҙан тыш, төбәгебеҙҙә бәләкәйерәктәре лә етерлек.

Шарлауыҡтар араһында иң бейеге тип Ғәҙелша шарлауығы иҫәпләнә. Ул Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағында Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ.

Атыш – Белорет районындағы ер аҫты шарлауығы. Ул тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала. Бейеклеге – 6 метр. Ләмәҙ йылғаһының уң ярында, Елмерҙәк һырты армыттарында урынлашҡан.

Күкҡарауыҡ (Ҡуҡрауыҡ) шарлауығы Ишембай районының Маҡар ауылынан ете саҡрым ситтә урынлашҡан. Яҙғы ташҡындар ваҡытында бар үҙәнде тыуышы менән тултыра, йәй айҙарында тынып ҡала. Атамаһы ла “күкрәү”, “күкрәүек” һүҙенән алынған. Шарлауыҡ 10-12 метрлыҡ бер нисә һикәлтәнән тора.

Шарлама – Дәүләкән районында шул уҡ исемле шишмәләге шарлауыҡ. Һыу 12 метр бейеклектән төшә. Йәй ағымы кәмей һәм шарлауыҡ урынына ҡаянан ағып төшөүсе һыу ҡала. Ул Башҡортостандағы иң ҙур күлдән — Асылыкүлдән дүрт километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Башҡортостаныбыҙ тәбиғәте иҫ киткес бай һәм матур. Ошо матурлыҡтың ҡәҙерен беләйек. Тәбиғәттә булғандан һуң бер ҡасан да үҙебеҙҙән һуң сүп-сар ҡалдырмайыҡ. Әле беҙҙе һоҡландырған ошо хозурлыҡтар тағы йөҙәр-меңәр йылдар буйы килер быуындарға ла саф һәм таҙа килеш етһен ине.
Читайте нас: