Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ир эре эшҡыуарҙар менән эш алып барған һалым инспекцияһында хеҙмәт иткән. Быйыл майҙа ике ҙур фирма директорына 1750000 һум дәртләндереү хаҡына тикшереүҙе тулы кимәлдә үткәрмәҫкә тәҡдим иткән. Эшҡыуар ҡатын иһә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.