Юғары тиҙлек менән барған автомобиль күп тә үтмәй бордюр аша осоп сығып, күләүеккә ултыра. 23 йәшлек ирҙең өс айлыҡ ҡына сабыйы ла салонда икән. Бала креслола ятһа ла, хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелмәгән була. Иҫерек водителдең танытмаһы ла юҡ.
Оҙаҡламай сабыйҙы әсәгә тапшыралар. Водителгә ҡарата эскән килеш машина йөрөткәне, пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙғаны һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең законлы талаптарына буйһонмағаны өсөн протоколдар төҙөлә. Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйыла, суд ҡарары менән тәртип боҙоусыға ун тәүлеккә арест һалына.
Ярай әле был ваҡиға фажиғәгә әүерелмәгән, сабый ҙа, водитель дә иҫән ҡалған.