Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Июнь 2020, 22:15

Көнбағыш яратһағыҙ...

Көнбағыш яратыуығыҙ, уны ярырға ғәҙәтләнгәнегеҙ өсөн яҡындарығыҙҙан тәнҡит һүҙҙәре ишетәһегеҙҙер. Шундай саҡта аҡлана алаһығыҙ: көнбағыш - магний "келәте".

Был микроэлемент нервы системаһы эшмәкәрлеге өсөн бик кәрәкле. Уға ҡытлыҡ тыуһа, көсөргәнештән арына алмайһың, иғтибарҙы туплауы ауыр. Һөҙөмтәлә кешенең үҙен бәйһеҙ тотоуы, хатта тәне тартышыуы ихтимал.
Көнбағыш менән "дуҫ булыу" айырыуса 45 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙға тәҡдим ителә, ти белгестәр.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в