Ете йәшлек малай 59 йәшлек олатаһына тракторға ултырып юлға сыға. Кис водитель техникаһына идараны юғалта һәм юлдан оса. Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, “Т-40” тракторы юлдан осҡас, бер тапҡыр әйләнгән.
“Авария һөҙөмтәһендә ете йәшлек ейән төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған”, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Авариянан һуң асыҡланыуынса, олатай кеше иҫерек булған. Тик ул үҙе быны танымай. “Авариянан һуң эстем” тип белдергән ул. Тик бының өсөн дә уға водитель танытмаһын алдырыу язаһы янай.