Даирә
+15 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
28 Июня 2020, 09:25
Һайлаусыларға – ҡырҡ процент ташлама
Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көндәрендә Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары тарафынан ойошторолған “Рәхмәт” акцияһына “Центр Про” клиникаһы әүҙем ҡушылды.
25 июндән 1 июлдең 14.00 сәғәтенә тиклем тауыш биргән һәр һайлаусыға “Рәхмәт” махсус ҡағыҙ браслеты бирелә. Уның менән артабан үрҙә телгә алынған клиникаға мөрәжәғәт итеп, 40 процент ташлама менән SARS-Cov-2 (Covid-19, IGM) вирусына организмда антиматдә бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлаған анализ тапшырырға мөмкин. Клиниканың директоры вазифаһын башҡарыусы Альбина Кинйәбаева:
– Беҙ сәләмәтлек хаҡына эшләйбеҙ. Был анализ кеше коронавирус сире менән ауырығанмы-юҡмы йәки вирус йөрөтөүсеме-түгелме икәнлеген асыҡларға ярҙам итә, – тине. – Яңы инфекция тулыһынса тикшерелмәгән һәм бик ҡурҡыныс. Көслө иммунитетлы кешеләр, хроник сире булмағандар, ҡатмарлы ауырыуҙарға дусар булмағандар коронавирусты бер билдәһеҙ кисереүе лә ихтимал. Ә организмда вирус барлығын асыҡлағандар кисекмәҫтән дауаланыу башлар, “һалҡын тейгән” тип ҡул һелтәп ҡуймаҫ ине. Һәр беребеҙ белә: һаулыҡтан да мөһим нәмә юҡ. Сәләмәтлегегеҙ өсөн бер-ике сәғәт ваҡыт табығыҙ, аҙаҡ ул һеҙгә рәхмәт әйтер!
Фото: ufaved.info
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/aylausilar-a--ir-protsent-tashlama-341974/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!