Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 15:15

Йүрүҙәнгә һыу инергә килеп...

Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә фажиғә була яҙған: дуҫы менән Йүрүҙәнгә һыу инергә килгән ирҙең аяғын көҙән йыйырып, ул бата башлаған.

Ярай әле ошо ваҡытта йылға буйынса һыу объекттарындағы хәүефһеҙлекте иҫкәртеү йәһәтенән сираттағы рейд менән ҡотҡарыусылар үтеп барған. Тап улар бәләгә тарыған ирҙе күреп ҡалған.
“Дуҫы ла, ярҙағы башҡа кешеләр ҙә ирҙең бата башлағанын хатта аңларға ла өлгөрмәгән. Был уларҙың битараф икәнлеген аңлатмай: улар һыуҙа болғанған кешегә ҡарап торасаҡ, әммә ярҙам кәрәклеген аңларға ла өлгөрмәйәсәк”, – ти ҡотҡарыусылар.
Тап улар ирҙе һыуҙан һөйрәп сығарған, ярҙам күрһәткән. Әйткәндәй, был урында һыу инеү тыйылған, бығаса ошо хаҡта иҫкәртеүсе яҙыуҙар ҙа торған, әммә урындағы халыҡ уларҙы алып ташлаған.
Фото Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: