Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 16:05

Тәүге тапҡыр Григорий Аксаков ордены тапшырылды

2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Григорий Аксаков исемендәге орден булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Был награда уңышлы дәүләт, йәмәғәтселек һәм хәйриә хеҙмәте өсөн тапшырыла.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был дәүләт наградаһын – Григорий Аксаков исемендәге орденды – фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Әмир ҡыҙы Үтәшеваға, Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Вил Мамил улы Тимербулатовҡа, Белорет үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Динә Ишмөхәмәт ҡыҙы Мансуроваға, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Николаевич Павловҡа, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының операция блогы өлкән шәфҡәт туташы Наталья Александровна Ширшоваға, республика СПИД-ҡа һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Ғәли улы Яппаровҡа, Нефтекама ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһы бүлексәһе табип-физиотерапевы Дамир Исмәғил улы Фазлетдиновҡа тапшырылды.
Фото: Олег Яровиков, Дмитрий Мөхәмәтҡолов.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: