Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 17:05

Шатланырғамы, ҡайғырырғамы?

Нефтекамалар был ваҡиғаға битараф ҡала алмаған, социаль селтәрҙә инәһеҙ ҡалған терпе балаларын үҙенә һыйындырған ғаиләгә рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырған.

Үҙ йортонда йәшәгән ғаилә биләмәһенә яңы ғына тыуған балаларын эйәртеп инә терпе килә. Хужабикә уларға теймәй, йәшәргә мөйөш бирә. Терпеләр шунда уҡ бесәй балалары менән дуҫлаша, инә бесәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Тик шуныһы: инә терпе, күп тә үтмәй, һәләк була. ”Саҡырылмаған ҡунаҡтарға шатланырғамы, ҡайғырырғамы – белмәйем. Терпекәйҙәр инә бесәйҙе үҙ итә. Бына шундай оло ғаилә булып йәшәйбеҙ әле”, - ти Нефтекаманан Светлана. Йомшаҡай бесәй балалары сәнскеле дуҫтары менән уйнай, бергә ашай.
"Светлана, һеҙ бик яҡшы кеше! Терпе бит һеҙгә үҙ балаларын ышандырып ҡалдырған! Ашатып торһағыҙ, тиҙ үҫерҙәр, һеҙҙең менән бер биләмәлә йәшәрҙәр", - тип рәхмәтен белдергән яҡташы Нәфисә.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: