Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 17:10

Мичман Фәнис Ишморатов тураһында ниҙәр беләбеҙ?

Башҡортостан Хәрби комиссары Игорь Харченконың һүҙҙәренсә, быйыл яҙғы саҡырылыш апрель башынан июль урталарына хәтлем дауам итә, өс ай ваҡыт һуҙымында биш мең тирәһе егет әрме хеҙмәтенә алынырға тейеш. Башҡортостан флотҡа хеҙмәткә иң күп һалдат алынған төбәк иҫәпләнә.

Күптән түгел моряктар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан 20 йыл элек Баренц диңгеҙенә батҡан “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе ваҡиғаһын хәтерләп үтәйек. Был фажиғәлә 118 кеше, шул иҫәптән биш яҡташыбыҙ һәләк булды. Улар араһында тыумышы менән Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан мичман Фәнис Ишморатов та бар. Ул турбина төркөмөндә техник булған. Фажиғәгә ҡәҙәр Фәнис кәләше Фәимә һәм улы Данис менән Мурманск өлкәһенең Видяево ҡасабаһында йәшәгән. Уға үлгәндән һуң “Батырлыҡ” ордены бирелде.
"Донъялар тыныс торһон, бүтән бер ҡасан да һуғыш тоҡанмаһын, – ти Мерәҫ ауылында ғүмер иткән 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Фәнистең ауылдашы Хажғәле Ырыҫмөхәмәтов. – Тыныс тормошта ла ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булыу осраҡтары теркәлеп тороуы йөрәкте һыҙландыра. Малик ҡустымдың улы Фәнистең үлеме әле лә күңелде әрнетә".
Әле Баймаҡ ҡалаһының бер урамы Ишморатовтың исемен йөрөтә, Мерәҫ ауылында мичман иҫтәлегенә мемориал төҙөлгән.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: