Һигеҙ йәшлек мәктәп уҡыусыһы Татарстанда йәшәгән өләсәһе янына ҡунаҡҡа барған.
Малайҙарҙың береһе бюст урынлаштырылған постаментҡа менеп, бер нисә тапҡыр һуғып ҡарай, ул ярылмағас, ҡулына таш ала. Был хаҡта “КП-Татарстан” хәбәр итә.
Был хәл вандализм осрағы булараҡ баһаланып, енәйәт эше асылған. Ике бала ла социаль йәһәттән яҡшы мөхиттәге ғаиләнән. Прокуратура малайҙарҙың ата-әсәһен яуаплылыҡҡа тарттырырға иҫәп тота.
Урындағы етәкселек Геройҙың бюсын яңынан тергеҙеп, был юлы уны бронзанан ҡойорға уйлай.
Фото: Татарстан прокуратураһы.