Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 15:55

Форум ҡунаҡтарын шағирҙар һәм шиғриәт һөйөүселәр сәләмләйәсәк

Өфө "Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш" халыҡ-ара урбанистика форумы ҡунаҡтарына ижади сәләмләү әҙерләй.

Халыҡ-ара форум үткән көндө Салауат Юлаев майҙанында #ШиғриәтМөхите тип аталған импровизацияланған сәхнә ойоштороласаҡ. Унда баш ҡала театрҙарының актерҙары, республикабыҙ шағирҙары, шиғриәт һөйөүселәр – “Хахачу” ижади үҫеш студияһы тәрбиәләнеүселәре шиғри күстәнәстәр менән сығыш яһаясаҡ. Сараның махсус ҡунағы – Мәскәү театры актеры Асҡар Ниғәмәтйәнов.
Шиғри сара 30 июндә 15.00-18.00 сәғәттәр арауығында үтәсәк. Рәхим итегеҙ!
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: