Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 16:10

Еңеүселәр араһында - Башҡортостан ҡыҙы Айһылыу Кәлимғолова

Кисә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекттарының береһе булған “Минең илем – минең Рәсәй” XVII Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар “Минең илем энергияһы” номинацияһы буйынса проекттарын яҡланы. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан Айһылыу Кәлимғолова ла бар.

Конкурстың һуңғы этабында илдең 13 төбәгенән 30 кеше ҡатнашҡан. Өфө дәүләт нефть техник универстеты аспиранты Айһылыу Кәлимғолова финалда математик моделләштереү базаһында яғыулыҡ ҡорамалын реконструкциялау проектын тәҡдим иткән.
“Һәр ғилми тикшереү өсөн иң ҡиммәтлеһе – йәмғиәткә файҙа килтергәне. Асыштар тураһында белергә, улар ил мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен өсөн производствоға индерелергә тейеш. Бөгөн “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы һәм “Минең илем – минең Рәсәй” конкурсы арҡылы үҙемдең проектымды Рәсәй Яғыулыҡ министрлығы, “Газпром” йәмғиәте кеүек профилле уҙаҡташтарға күрһәтә алдым, уларҙың ярҙамы киләсәктә уны тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Айһылыу.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры урынбаҫары Владислав Даванков белдереүенсә, Президент платформаһы йәш белгестәргә яңы мөмкинлектәр аса, әлеге конкурста илдең 85 төбәгенән 60011 кеше ҡатнашҡан, улар 20 тематик номинация буйынса проекттарын тәҡдим иткән.
– Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы, нефть һәм газ һаҡламдары менән дан тота. Бөйөк Ватан һуғышында немец баҫҡынсылары Кавказ нефть ятҡылыҡтарын алғас, Башҡортостан нефть сығарыу буйынса дәүләт кимәлендәге стратегик мөһимлегенә эйә була. Республика Рәсәй һәм Европа кимәлендә ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика комплексына эйә, ә Башҡортостандың энергия системаһы Рәсәйҙәге иң эре ун система иҫәбенә инә. Конкурста Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары әүҙем ҡатнашты. Киләсәктә уларҙың үҙҙәрен табыуы мөһим, әле үк ошондай конкурстарҙа үҙҙәрен танытыуы маҡтауға лайыҡ, – тине Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: