Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 16:20

Һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле медицина хеҙмәткәрҙәре!

Кисә баш ҡалабыҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр. Тантаналы сараларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Республикала был байрам тәүге тапҡыр ошолай киң итеп билдәләнде. Тап медицина хеҙмәткәрҙәре беҙҙең һаулыҡ һағында тора. Уларҙың эшенең әһәмиәтен коронавирус пандемияһы ла тағы бер тапҡыр дәлилләне. Тап улар COVID-19 менән көрәштең алғы һыҙығына баҫты. Уларҙың тырышлығы менән кешеләрҙең күпләп зарарланыуына юл ҡуйылманы, вирус тиҙ арала ауыҙлыҡланды. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген лайыҡлы итеп билдәләү идеяһы менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сыҡҡайны.
Байрам Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырыу менән башланды. Бер юлы алты майҙансыҡта медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантаналары ойошторолдо.
Танатаналы сараларҙы Медиктар парады дауам итте. Төбәктең барлыҡ медицина учреждениеларынан йыйылған медиктар колоннаһы Зәки Вәлиди урамы буйлап үтте. Шул уҡ ваҡытта ул барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойошторолдо.
“Ватан” паркында медицина хеҙмәткәрҙәрен Радий Хәбиров сәләмләне. Ул барыһын да байрам менән ҡотланы һәм юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Артабан Радий Хәбиров 10 медицина учреждениеһы етәксеһенә 21 "Ашығыс ярҙам" машиналары асҡысын тапшырҙы. Бынан тыш республиканың санитар авиацияһы медицина модуле булған “Ансат” Рәсәй вертолеты менән тулыланды.
Сара ҙур концерт менән тамамланды. Унда республика йондоҙҙары, шул иҫәптән халыҡ артистары Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, республиканың Милли симфоник оркестры ҡатнашты.
Фото: Олег Яровиков.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: