– Бөгөн йәшәгән урыным буйынса участкала тауыш бирҙем. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр әүҙемлеге ҙур: кабина бушағанын көтөргә тура килде, минән һуң да кешеләр бар ине, – тине ул. – Участка һайлау комиссиялары эште юғары кимәлдә ойошторған, һәр кем өсөн битлектәр, бирсәткәләр, антисептиктар, бер тапҡыр ҡуллана торған ручкалар ҡаралған. Эш шундай итеп ойошторолған - хәүефһеҙлек саралары үтәлә, участкала булған саҡта, үҙеңде хәүефкә тарытмайһың.
Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, Конституцияға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреү – илдең Төп Законына үҙеңдең ҡарашыңды белдереү өсөн реаль мөмкинлек. Унда йәмәғәтселектең бик күп һорауҙарына яуаптар бар.
– 1993 йылдан алып Конституция беренсе тапҡыр үҙгәрә һәм, әлбиттә, 1993 йылғы менән 2020 йылғы Рәсәй араһында айырма ҙур. Заман реалийҙары төрлө. Йәмғиәтебеҙҙең күп һорауҙары Конституцияла сағылыш табасаҡ. Мин үҙем өсөн ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ, ҡартайған ата-әсәләр тураһында хәстәрлекте мөһим тип иҫәпләйем. Мәҙәниәткә ярҙам итеү буйынса Конституцияла айырым бүлек булыуы ла иғибарға лайыҡ. Күреп торабыҙ, һуңғы йылдарҙа дәүләт мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлә башланы, тик уның артабан дәүләт тарафынан яҡланасағы өҫтәмә гарантиялар бирә. Эшҡыуарлыҡҡа бәйле статьялар килеп сығыуы ла шатландыра. Илебеҙҙә дәүләт власын ойоштороу буйынса күп саралар ҙа сәйәси система тотороҡлолоғона ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Шуға ышанам: Конституцияға үҙгәрештәрҙе яҡлау ҡарарым илебеҙҙең артабан да үҫешенә йоғонто яһаясаҡ.
Эльвира Айытҡолова бөтәһенә лә һайлау участкаларына барырға һәм тауыш бирергә саҡырҙы. Уның белдереүенсә, кисә тауыш биреү башланған көндән алып уның күп хеҙмәттәштәре тауыш биреп өлгөргән.