Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 21:50

Айгиз Баймөхәмәтовҡа – дәүләт наградаһы

Мәғлүм булыуынса, бөгөн дә республикабыҙҙа матур саралар үтте. Улар араһында республиканың мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән ижад кешеләренә дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы ла бар.

Бүләкләнгәндәр араһында "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, танылған яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов та булды. Уға әҙәбиәтебеҙҙе халыҡ-ара кимәлдә танытыуға индергән өлөшө өсөн "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.

"Республикабыҙҙың билдәлелеген арттырған йәштәребеҙ күп. Йырсы Радик Юлъяҡшин, музыкант Зәйнетдин, "Арғымаҡ" төркөмө... Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары иһә бик күп төрки телдәргә тәржемә ителгән. Шундай йәштәребеҙҙең уңыштарын күреп ҡыуанам", - тине бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы.
Айгиз Баймөхәмәтов рәхмәт йөҙөнән Радий Фәрит улына яңы китабын бүләк итте. "Был китабығыҙҙы уҡып сыҡҡас, тағы берҙе күрешербеҙ әле!" - тине республика Башлығы.
“Башҡортостан” гәзитендә ҡанат нығытып, ҙур әҙәбиәт донъяһына сыҡҡан хеҙмәттәшебеҙҙе оло наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Һәр саҡ шулай тырыш бул, Айгиз!
Фото А. Баймөхәмәтовтың шәхси альбомынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: