Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 15:50

Йәй һалҡын көндәр менән һынауын дауам итә

Бөгөн социаль селтәрҙә ҡайһы бер төбәктәрҙә ныҡ ҡына ҡырау төшөп, баҡса культураларына, картуфҡа зыян килеүе тураһында хәбәрҙәр булды. Йәй ҡасан йылы көндәре менән һөйөндөрөр?

Алдағы ял көндәрендә һәм киләһе аҙна башында әлеге ише һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндөҙгө һауа температураһы +15...+19 градус тәшкил итһә, төндәгеһе +4...+9 градустан артмаясаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар дауам итәсәк. Таулы-урманлы райондарҙа ҡырау төшөү ҡурҡынысы һаҡлана әле.
Көндәр киләһе аҙнаның кесаҙнаһынан, йәғни 2 июлдән генә әкренләп йылынырға иҫәп тота. Көндөҙгө һауа температураһы +22...+25 градусҡаса күтәрелеп, әкренләп йәйге йылы көндәр әйләнеп ҡайтасаҡ.
Фото: photos.lifeisphoto.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: