Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 17:20

Сәғиҙулла Баййегет атай булған

“Сәғиҙулла Баййегет атай булған. Унан бер көн алда ғына йырсы яңы машина һатып алған”.

Беренсе битендә ошондай һүҙҙәр яҙылған “Аҙна” гәзитен фотоға төшөрөп һалған да йырсы, Инстаграм селтәренә түбәнге һүҙҙәрҙе яҙған:
“Хәтерләйһегеҙме, ошондай бик ҡыҙыҡ гәзит була торғайны?
Ниһайәт теүәл 17 йыл элек шул хәтлем көтөп алған улым тыуҙы донъяға.
26 июнь. 2003 йыл. Хәтеремдә, 21:30 сәғәт тирәһендә яңы ғына һатып алған машина эсендә медик дуҫтарымдың береһе менән машинаны яңыртыу ҡыуанысын “уртаҡлашып” ултырғанда, Өфө ҡалаһының 4-се һанлы бала табыу йортонда бәпәй көткән ҡатыным ятҡан бүлеккә шылтыратып хәлен белергә булдым. Оҙаҡ телефондарын алмай торҙолар, һәм ниһайәт элемтәлә ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде лә, минең һорауыма “Һеҙҙең малай, 3700 кг, 55 см. Ҡотлайбыҙ!” – тип яуапланы.
Бына шулай туғандар, 17 йыл үтеп тә киткән!”
Йырсы Арыҫлан исемле улына изге теләктәрен еткерә һәм уның фото төшөүҙән тартыныуы сәбәпле “Уны минең йәш ваҡытҡа ҡарап ҡына ҡотларһығыҙ инде”, – ти.
Фото: Инстаграм
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: