Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 15:50

"Баллондарҙы поезд аҫтына һалам!"

Өфөлә кисә полиция участогына бер ир шылтыратып, ике газ баллонын тимер юлдарҙа шартлатам, тип янай.

Ул уларҙы китеп барған поезд аҫтына һалырға ниәтләүен белгертә. Үҙенең был сәйер ҡылығын ул баллондарҙы металл ҡабул итеү пунктында алмауҙары менән аңлата. Бәлки, был эштә полиция ярҙам итер, ти ул. Металды ломға тапшырып кәсеп итеүселәр күбәйҙе. Ҡайһы берҙәргә был берҙән-бер аҡса эшләү сығанағы булып тора. Әлеге мәлдә был ирҙең шәхесе асыҡланған, тип яҙа Уфасити порталы. Уның был ҡылығы шаярыу булғанмылыр инде, әммә уға хәҙер закон алдында ысынлап яуап бирергә тура киләсәк.
Шулай уҡ кисә тағы бер Өфө кешеһе - 44 йәшлек иретеп йәбештереүсе, ҡалала терракт ойошторолорға уйлайҙар, тигән ҡот осҡос хәбәр еткерә полицияға. Әммә ҡайҙа, ҡасан буласағы тураһында әйтә алмай. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәтәкәрҙәр уны эҙләп тапҡанда, шыр иҫерек була ул. Уны ла полиция участогына алып барып, алдап полиция саҡырғаны өсөн протокол төҙөйҙәр.
Был ирҙәрҙе кеше ғүмерҙәре менән шаярырға нимә этәргәндер, билдәһеҙ. Уйнап һөйләһәң дә уйлап һөйлә, тиҙәр халыҡта...
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: