Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 14:55

Йәш атай әрәм булған...

Ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар һигеҙ сәғәттән һуң ғына тапҡан. Уны, кешеләрҙең ҡотон осороп...

Нефтекама ҡалаһында фажиғә теркәлгән: урындағы күлдә йәш ир батып үлгән. Аяныслы хәл иртәнге сәғәт дүрт тирәһендә булған тип күҙаллайҙар. Күрәһең, ир һыу инергә ниәтләгән, уны тыйыусы яҙмалар ҙа туҡтатмаған.
Ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар һигеҙ сәғәттән һуң ғына тапҡан. Уны, кешеләрҙең ҡотон осороп, көпә-көндөҙ һыуҙан сығарғандар.
Мәғлүм булыуынса, һәләк булған иргә ни бары 27 йәш булған. Ул урындағы заводта эшләгән. Ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙы ҡалған.
Урындағы халыҡ был һыу ятҡылығы күптән шикле билдәлелек яулаған, тип белдерә. “Был моргты күмеп ҡуйығыҙ!” - тип талап иткәндәр ҙә бар, тип хәбәр итә “Комсомольская правда” порталы.
Әммә ҡала властары, һыу ятҡылығы эргәһенә һыу инеү тыйылыу хаҡындағы яҙыуҙар ҡуйылған һәм ҡала халҡы ошо ҡағиҙәне үтәргә тейеш, тип иҫәпләйҙер, күрәһең.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Y-sh-atay-r-m-bul-an-336481/
Читайте нас: