Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 10:25

Шаранда – фажиғә..

Йәнә бала һыуға батып үлде.

Көндәр әллә ни эҫе тормаһа ла, һыу ҡорбандарын алыуҙы дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы тағы бала батты.
Фажиғә республиканың Шаран районы Наратаҫты ауылы янындағы Шаран һыуһаҡлағысында теркәлде. 11 йәшлек бала шаһиттар янында бата. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, малай дуҫтары менән һыу инергә килә. Ярҙан алыҫ ҡына йөҙөп киткәс, көсө бөтә һәм бата башлай. Яр буйында балыҡ тотоп ултырған ирҙәр уны күреп ҡала һәм ҡотҡарырға тырыша, тик өлгөрә алмайҙар.
Һәләк булған баланың кәүҙәһен һыу аҫтынан авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары һөйрәп сығара.
Әле июнь дә тамамланмаған, ә был Башҡортостанда быйыл батып үлгән дүртенсе бала. Ведомство сираттағы тапҡыр һыу буйында иғтибарлы, һаҡ булырға саҡыра. Балалар ғүмере өсөн яуаплылыҡ тәү сиратта ата-әсә иңендә. Уларға һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк. Балаларҙы яңғыҙҙарын ебәрергә ярамай. Бер ниндәй шарттарҙа ла һыу инеп йөрөгән баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Йөҙә белеү батмау тигәнде аңлатмай. Һыу инеү өсөн ҡотҡарыусылар булған махсус пляждарҙы ғына һайлағыҙ. Тәрәнгә китмәгеҙ. Эскән килеш һыуға төшмәгеҙ. Батҡан кешеләргә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнегеҙ. Батып барған кешене күрһәгеҙ, тиҙ арала 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Sharanda--fagi-336178/
Читайте нас: