Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 10:30

Өс янғында - өс ҡорбан

Йәш кешене реанимацияға килтерһәләр ҙә, ҡотҡарырға өлгөрмәйҙәр...

Республикала 21-енә ҡарай төндә ике янғында ике кеше һәләк булған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Беренсе фажиғәле осраҡ - Асҡын районының Королев ауылында: төндә ағас йорт янып киткән. Утты һүндергән ваҡытта 62 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡандар.
Икенсе бәхетһеҙлек Туймазы районының Собханҡол ауылында теркәлгән. Мәктәп урамында бер бүлмәле фатирҙа янғын сыҡҡан. Был юлы ла ҡорбанһыҙ булмай ҡалмаған: ҡотҡарыусылар ут эсенән 70 йәшлек ир кәүҙәһен сығарған.

Ут сығыу сәбәптәрен, хәл-ваҡиғаларҙы тикшереү маҡсатында янғын булған урындарҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүселәре эшләй.
Шулай уҡ Благовещен кешеһе тәне бешеүҙән реанимацияла һәләк була. Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, бөгөн ут эсенән 42 йәшлек ирҙе сығаралар. Унда сүп-сар өйөмөнөң янғанлығы билдәле булған. Ирҙең тәне ныҡ бешкән була, уны тиҙ арала дауаханаға реанимацияға оҙаталар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Асыҡланыуынса, янғын ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙән сыҡҡан.

Фото: gtrk.tv
Автор: Аклима Гизатуллин
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/s-yan-inda--s-orban-330461/
Читайте нас: