Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 13:55

Әсәйһеҙ нисек йәшәрҙәр?

Игеҙәк ҡыҙҙарҙың береһе дауаханала. Йәрәхәтләнгән ир ҡатынын ерләргә мәжбүр...

Их, был авариялар... Күпме аңһыҙ бәләләргә, бер уйламаған ҡорбандарға килтерә улар. Кешеләр эштәре буйынса китеп барған, йә ҡанатланып өйөнә ҡайтҡан мәлдә ҡот осҡос осраҡлыҡ бар ғаиләнең тормошон селпәрәмә килтерә.
Ошо көндәрҙә Мишкә районында теркәлгән авария ла шундайҙарҙан. Унда өс бәләкәй бала әсәһе, 33 йәшлек ҡатын һәләк булды. Был ваҡытта ире һәм балалары ла янында була. Бәхеткә күрә, улар иҫән ҡала.
Был авария тураһында яҙғайныҡ инде. Ремонтланған күперҙә хәрәкәт светофор ярҙамында ойошторола. Уның йәшел сигналына “Киа Оптима” автомобилендә сығып барған күп балалы ғаилә өҫтөнә ҡаршы яҡтан 14 тонна яғыулыҡ тейәгән ҙур бензовоз килеп менә. Аңлашылыуынса, уға ҡыҙыл төҫ янған була. Йөк машинаһы “Киа”ны бәрҙергәс, уларҙың артында килгән автобусты ла төкөтә. Атобуста ҡорбандар булмаһа ла, еңел машинала килгән Алена авария урынында һәләк була.
Еңел машинала Зоновтар ғаиләһе ултырған. 35 йәшлек Артем, уның 33 йәшлек ҡатыны Алена, туғыҙ йәшлек өлкән ҡыҙҙары һәм биш йәшлек игеҙәк ҡыҙҙары үҙҙәренең участкаһынан Өфөгә ҡайтып барған. Ҡот осҡос аварияла балаларҙың иҫән ҡалыуы мөғжизә. Уларҙы балалар креслоһы һаҡлаған. Әле ғаилә башлығы һәм ике ҡыҙы өйҙә, ә игеҙәктәрҙең береһе Өфө дауаханаһында. Артемдың ҡабырғалары һынһа ла, ул дауаханала ята алмаған, һөйгәнен ерләргә, балалары янында булырға кәрәк уға. Биш йәшлек ҡыҙыҡай менән дауаханала өләсәһе ята.
Артем менән Алена – бик матур ғаилә, уларға һоҡланмаған кеше булмаған. Улар ун йыл элек Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған саҡта танышҡан һәм шул саҡтан бирле айырылмаған. Өйләнешеп, ғаилә ҡорғандар, өс сәскәләй ҡыҙға ғүмер биргәндәр, балалары өсөн йән атып йәшәгәндәр. Күп ваҡытты бергә үткәргәндәр, бергә ял иткәндәр.
Ғаиләнең яҡындары әле шок хәлендә. Балалар әсәйһеҙ нимә эшләр, яңғыҙ ҡалған Артем нисек артабан йәшәргә көс табыр?..
Йөк машинаһы водителенә килгәндә, ул машинаһының тормозы тотмауға һылтанған. Бының ысынлап шулаймы икәнлеген ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм махсус экспертиза тикшерәсәк. Тик нисек кенә булмаһын, Аленаны ҡайтарып булмай шул...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/s-y-e-nisek-y-sh-r-r-335409/
Читайте нас: