Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 10:35

Мурашко нимә тип һөйөндөрҙө?

Тәү сиратта Мәскәүҙә вирустың "хәле бөтөүе" күҙәтелә. Ә төбәктәргә килгәндә...

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, илдә коронавирус инфекцияһы таралыуы кәмеүгә бара, тип һөйөндөрҙө. Тәү сиратта Мәскәүҙә вирустың "хәле бөтөүе" күҙәтелә, төбәктәрҙә ул өс аҙнаға һуңлаңҡырай. Министрҙың әйтеүенсә, әлегә дүрт төбәктә сир кимәле юғары, коронавирустан вакцина һынауҙары дауам итә.
Башҡортостанда хәл нисек һуң?
24 июнгә вирусты йоҡторғандар һаны 5068-гә етте, тәүлектә сирҙе эләктергәндәр 57 кеше тәшкил итте. Һауыҡҡандар - 92 кеше. Кисә оператив штабта хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы сирлеләрҙең яртыһы шәбәйгән.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 7 176 ауырыу осрағы раҫланған, 154 кеше вафат булған, 12 393 пациент һауыҡҡан. Барығыҙҙы ла һаҡланыу сараларын үтәргә саҡырабыҙ, вирустың баш ҡалҡытыуына юл ҡуймайыҡ.
Фото: go64.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Murashko-nim-tip--y-nd-r-336182/
Читайте нас: