Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 15:05

Мәктәп яҙмышы нисек хәл ителер?

Һуңғы осорҙа халыҡ араһында Ҡырмыҫҡалы ауылындағы С.М.Чугункин исемендәге мәктәпте яңылыҡ уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен генә түгел, бөтә район халҡын борсоуға һалды.

100 йыллыҡ тарихы булған белем усағының артабанғы яҙымышы тураһында район хакимиәте башлығы Ә.Ф.Сабиров һөйләне.
Ысынлап та, 1959 йылда район үҙәгендә төҙөлгән беренсе мәктәп менән хәтирәләр генә түгел, күпме кеше тормошо һәм яҙмышы бәйләнгән. Уның өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн байтаҡ кешеләр күп тырышлыҡ һәм хеҙмәт һалған.
- Үҙем ошо мәктәпте тамамланым, етәксе булараҡ та хеҙмәт эшмәкәрлегем нәҡ бында башланды. Шуға күрә уның яҙмышы минең өсөн дә бик ҡәҙерле. Ләкин ваҡыт кешене лә, биналарҙы ла йәлләмәйенсә, алға табан бара. Әле лә бина емерелә башланы. Һуңғы йылдарҙа мәктәптең ашханаһын яптыҡ, ләкин һуңғы арала спорт залында һәм башҡа кабинеттарҙа ла стена ярыҡтары барлыҡҡа килде.
2018 йылда бинаның торошона экспертиза үткәрелде һәм уға ярашлы, хәлде яҡшыртыу өсөн ремонт эштәре үткәрелде. Ләкин, был осор эсендә бинаның торошо бик насарланды. Тағы бер экспертиза үткәрелгәндән һуң бина авария хәлендә тип таныла. Емерелеү ҡурҡынысы янау сәбәпле, балаларҙы һаҡлау маҡсатында ауыр, әлкин дөрөҫ ҡарар ҡабул ителде – мәктәпте ябырға тура килде, - ти Әлфир Фәрхәт улы.
Бөгөн С.М.Чугункин исемендәге мәктәп уҡыусыларын район үҙәгенең башҡа мәктәптәренә урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Улар үҙ уҡытыусылары менән икенсе сменала уҡыясаҡ. С.М.Чугункин исемендәге мәктәпкә беренсе класҡа төшөү тураһында ғариза яҙыусылар 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенә уҡырға барасаҡ һәм беренсе сменала уҡыясаҡ.
Район үҙәгенә тағы бе мәғриф учреждениеһы талап ителә. Әлеге ваҡытта бер түбә аҫтында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән бергә 640 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөү эштәрен үткәреү буйынса проект-смета документацияһын төҙөү раҫланған. Төҙөлөш эштәре ағымдағы йылда башланыр, тип ышанабыҙ. Мәктәп төҙөү өсөн урын бер нисә йыл элек Ҡырмыҫҡалы ауылының генпланын төҙөгәндә үк һайланған була. Шулай итеп яңы мәктәп Көнбайыш урамында буласаҡ. БР Дәүләт төҙөлөшө ҡарамағындағы эксперт советы заявкаларҙы артабан ҡарау өсөн республика Мәғариф министрлығына район хакимиәте тарафынан барлыҡ кәрәкле техник документация ебәрелгән. Уның һөҙөмтәләре буйынса бирелә торған рәсми яуап көтәбеҙ.
Р.S. С.М.Чугункин исемендәге мәктәп бинаһы һәм уның биләмәһе менән артабан нимә буласағы тураһындағы мәсьәлә күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә был ерҙәрҙә карст бушлығы булыуы ихтимал. Шуға күрә бында ниндәйҙер яңы бина төҙөү өсөн тәүҙә тейешле геологик тикшереүҙәр үткәрергә кәрәк. Кәм тигәндә, мәктәп урынында комплекслы спорт биләмәһе барлыҡҡа киләсәк.
Наҙгөл БАЙРАМОВА.
Читайте нас: