Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 11:45

Элекке район башлығына ете йылғаса төрмә янай...

Әйткәндәй, әле ошондай осраҡтар буйынса тикшереүҙәр башҡа төбәктәрҙә лә үткән.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы инде бер нисә йыл Белорет районында етем балаларға йәшәүгә яраҡһыҙ, емерек һәм тейешле талаптарға яуап бирмәгән йорттарҙан фатир биреү буйынса енәйәт эшен тикшерә. Райондың элекке район хакимиәте башлығы Владислав Миронов вазифаһын уҫал ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепләнә, унан йәшәгән урынынан китмәҫкә яҙма йөкләмә алғандар.
Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығының иҡтисад хәүефһеҙлеге һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығының оператив хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты тәфтишселәре етем балаларға йәшәүгә яраҡһыҙ фатир биргәндә вазифа вәкәләттәрен арттырыу осрағын асыҡлағандар. Әле Владислав Мироновҡа йәшәүгә яраҡһыҙ фатирҙарға етемдәрҙе йәшәргә индереүҙең ун осрағы буйынса, Рәсәй Енәйәт Кодексының 285-се статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әгәр ҙә суд элекке район башлығын ғәйепле тип тапһа, уны ете йылға төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.
Мәғлүм булыуынса, 2014 – 2016 йылдарҙа Белоретта етем балаларға диуарҙары һәм түбәләре, нигеҙҙәре емерелеп төшөп торған, йылытыу системаһы эшләмәгән, шулай уҡ санитария тәртибе күҙәтелмәгән һәм бынан 60 йыл элек төҙөлгән, хәүефле һәм емерелергә торған иҫке йорттарҙан фатир биргәндәр. Был район хакимиәте емерек йорттарҙы айырым кешеләрҙән Рәсәй ҡаҙнаһы иҫәбенән бүленгән бюджет аҡсаһына ҡиммәтле хаҡҡа һатып алған. Тикшереү барышында асыҡланыусынса, район хакимиәте башлығы дәүләт яҡлауы аҫтында булған был етемдәрҙең ниндәй йорттарға күсеүе менән ҡыҙыҡһынмаған. В.Г. Миронов үҙе лә шәхсән тикшермәгән, шулай уҡ белгестәрен дә етем балаларға алынасаҡ йорттарҙы ныҡлап ҡарарға ҡушмаған.
Тәфтишселәр фекеренсә, Владислав Миронов, үҙенең карьераһын ҡайғыртып, был категорияға ҡараған граждандарға торлаҡ биреү буйынса тиҙерәк отчет тапшырырға ашыҡҡан. Әле тәфтишселәр йәшәүгә яраҡһыҙ һәм юғары хаҡҡа фатирҙар алыуға бойороҡ биргән башҡа кешеләрҙе лә асыҡлаясаҡ.
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ биреү – дәүләт бурысы, тик ниңәлер дәүләт мәнфәғәте исеменән сығыш яһаған район хакимиәте башлыҡтары был мәсьәләгә етди ҡарамай, хатта ҡот осҡос хәлдә булған фатирҙар биреүгә юл ҡуя. Ата-әсәһеҙ үҫкәндәр күп осраҡта яҡлаусыһыҙ тороп ҡала, улар үҙ хоҡуҡтарын даулап йөрөп бармай. Әлбиттә, бындай хәлдәр бер Белорет районында ғына булған тип уйларға ярамай, әле ошондай осраҡтар буйынса тикшереүҙәр башҡа райондарҙа ла үткән. Тимәк, үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡараған етәкселәр исемлеге киләсәктә артасаҡ, улар закон алдында яуап бирәсәк.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Рәсәй Конституцияһының яңы тексындағы 67-се статьяның 4-се өлөшөндә былай тиелә: “Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтендә балалар мөһим өҫтөнлөк булып тора. Дәүләт баланың һәр яҡлап рухи, әхлаҡи, интеллектуаль һәм физик яҡтан үҫеүе, уларҙа илһөйәрлек, гражданлыҡ һәм өлкәндәргә хөрмәт тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙыра. Дәүләт, ғаилә тәрбиәһенең өҫтөнлөгөн тәьмин итеп, ҡараусыһыҙ ҡалған бала­ларға ҡарата ата-әсәлек бурыстарын үҙенә ала”. Тимәк, Конституцияға төҙәтмәләр хуплау алғанда, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы яҡлау тағы лә көсәйәсәк. Емерек торлаҡ биреү осраҡтары буйынса вазифалы кешеләргә закон алдында тағы ла ҡатыраҡ яуап бирергә тура киләсәк.
Фото: БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Elekke-rayon-bashli-ina-ete-yil-asa-t-rm-yanay-335757/
Читайте нас в