Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 14:35

25 июндән башлап комиссия ағзаларын йортоғоҙға саҡыртыу мөмкинлеге лә бар

Конституция буйынса тауыш биреүИлебеҙ граждандары яҙмышын хәл итә торған бик әһәмиәтле осор етте: 1 июлдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүе уҙасаҡ.Участка һайлау комиссияларында эш башланды ла инде. Быйылғы мөһим сараның үҙенсәлеге шунда - үҙ тауышыңды алданыраҡ бирергә мөмкин. 25 июндән башлап комиссия ағзаларын йортоғоҙға саҡыртыу мөмкинлеге лә бар. Был участкаларҙа күпләп кешеләрҙе йыймаҫ өсөн эшләнелә. Участка комиссияларының эш барышы тураһында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Әхмәрова һөйләне.- Эш ике йүнәлештә алып барыла. Был тауыш биреүҙе үткәреү һәм сарала ҡатнашыусыларға бөтә санитар нормаларҙы һәм талаптарҙы үтәүгә әҙерлек. Бөтә ҡатнашыусылар шәхси һаҡланыу саралары ҡулланырға һәм социаль дистанцияны һаҡларға тейеш. Граждандар тауыш биреүҙең төрлө формаларын файҙалана ала. Бына шул саҡта участкаларҙа сират булмаясаҡ һәм коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен аҙайтасаҡ. Әгәр ҙә тауыш бирергә килеүсе үҙен насар тоя икән, ул өйөндә ҡалырға тейеш. Ул йортта ғына ҡалып, контактһыҙ рәүештә тауыш бирәсәк. Ә 65 йәштән өлкәндәр өсөн йортта ғына һайлау уңайлы. Бының өсөн участка комиссияһына яҙма рәүештә ғариза яҙырға йәки телдән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төрлө сәбәптәр буйынса тауыш бирергә килә алмаған осраҡта ла комиссия ағзаларын йортҡа саҡыртырға мөмкин. Ә командировкала булып ҡалғандар ҙа “мобиль һайлаусы” механизмы менән файҙаланды – 21 июнгә тиклем “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша ғариза яҙып, әле эшләгән урынында һайлау мөмкинлеге бар ине, - тине ул.Эпидемиологик хәл арҡаһында ил башлығы хәүефһеҙлек мәсьәләренә айырым иғтибар биреү бурысын ҡуйҙы. Тауыш биреү битлек, бирсәткәләрҙән тыш, бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған ручкалар һәм дезинфекциялау саралары менән дә тәьмин ителә.Әйткәндәй, илдең ғәмәлдәге Конституцияһына 200-ҙән артыҡ төҙәтмә тәҡдим ителә. Улар тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағыла. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, хеҙмәт кешеһен яҡлау, социаль гарантиялар, һәр кемгә сифатлы медицина мөмкинлеге, патриотизм, суверинетты һәм территориаль бөтөнлөгө, Рәсәй фәнен, волонтерҙарҙы яҡлау, тотороҡлоҡ һәм үҫеш, тәбиғәт байлыҡтарын, мәҙәни мираҫты һаҡлау, йәнлектәр өсөн яуаплылыҡ өсөн беҙгә тауыш бирергә кәрәк буласаҡ.Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Конституция буйынса тауыш биреү
Илебеҙ граждандары яҙмышын хәл итә торған бик әһәмиәтле осор етте: 1 июлдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүе уҙасаҡ.
Участка һайлау комиссияларында эш башланды ла инде. Быйылғы мөһим сараның үҙенсәлеге шунда - үҙ тауышыңды алданыраҡ бирергә мөмкин. 25 июндән башлап комиссия ағзаларын йортоғоҙға саҡыртыу мөмкинлеге лә бар. Был участкаларҙа күпләп кешеләрҙе йыймаҫ өсөн эшләнелә. Участка комиссияларының эш барышы тураһында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Әхмәрова һөйләне.
- Эш ике йүнәлештә алып барыла. Был тауыш биреүҙе үткәреү һәм сарала ҡатнашыусыларға бөтә санитар нормаларҙы һәм талаптарҙы үтәүгә әҙерлек. Бөтә ҡатнашыусылар шәхси һаҡланыу саралары ҡулланырға һәм социаль дистанцияны һаҡларға тейеш. Граждандар тауыш биреүҙең төрлө формаларын файҙалана ала. Бына шул саҡта участкаларҙа сират булмаясаҡ һәм коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен аҙайтасаҡ. Әгәр ҙә тауыш бирергә килеүсе үҙен насар тоя икән, ул өйөндә ҡалырға тейеш. Ул йортта ғына ҡалып, контактһыҙ рәүештә тауыш бирәсәк. Ә 65 йәштән өлкәндәр өсөн йортта ғына һайлау уңайлы. Бының өсөн участка комиссияһына яҙма рәүештә ғариза яҙырға йәки телдән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төрлө сәбәптәр буйынса тауыш бирергә килә алмаған осраҡта ла комиссия ағзаларын йортҡа саҡыртырға мөмкин. Ә командировкала булып ҡалғандар ҙа “мобиль һайлаусы” механизмы менән файҙаланды – 21 июнгә тиклем “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша ғариза яҙып, әле эшләгән урынында һайлау мөмкинлеге бар ине, - тине ул.
Эпидемиологик хәл арҡаһында ил башлығы хәүефһеҙлек мәсьәләренә айырым иғтибар биреү бурысын ҡуйҙы. Тауыш биреү битлек, бирсәткәләрҙән тыш, бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған ручкалар һәм дезинфекциялау саралары менән дә тәьмин ителә.
Әйткәндәй, илдең ғәмәлдәге Конституцияһына 200-ҙән артыҡ төҙәтмә тәҡдим ителә. Улар тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағыла. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, хеҙмәт кешеһен яҡлау, социаль гарантиялар, һәр кемгә сифатлы медицина мөмкинлеге, патриотизм, суверинетты һәм территориаль бөтөнлөгө, Рәсәй фәнен, волонтерҙарҙы яҡлау, тотороҡлоҡ һәм үҫеш, тәбиғәт байлыҡтарын, мәҙәни мираҫты һаҡлау, йәнлектәр өсөн яуаплылыҡ өсөн беҙгә тауыш бирергә кәрәк буласаҡ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Читайте нас: