Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июнь 2020, 15:50
Ниндәй ризыҡтар кәйефте күтәрә?
Яҡшы кәйефкә нимәләр булышлыҡ итә? Йылы һүҙ, яҡындарыңдың иғтибары, матур йыр... Был теҙмәгә һис икеләнмәйенсә ҡайһы бер ризыҡтарҙы ла өҫтәргә мөмкин.
Иң яҡшы антидепрессант-ризыҡ тип бананды һанайҙар. Ул кәйеф күтәреүгә һәләтле В6 витаминына һәм серотонинға бай. Ныҡ арыған, бер нимә лә эшләге килмәгән саҡта банан ашарға кәңәш итәләр.
Сәтләүектәр мейе күҙәнәктәренең дөрөҫ эшмәкәрлеген көйләгән һәм депрессия симптомдарынан арындырған омега-3 майлы кислоталарына бай. Шулай уҡ уларҙа ла В6 витамины, селен бар.
Кәйеф күтәреүгә булышлыҡ иткән иң тәмле ризыҡ – шоколад. Какао организмда бәхет гормондары – эндорфиндар эшләп сығара. Бынан тыш, ул көсөргәнеште кәметеүгә һәләтле магнийға ла бай. Әммә кәйеф күтәрәм тиһәгеҙ, ҡара шоколад һайлағыҙ, һөтлө төрҙәренең файҙаһы күпкә аҙ.
Иртәнсәк бер йомортҡа ашап алыу ҙа яҡшы кәйеф сығанағы буласаҡ. Был ризыҡ В төркөмө, А, Е, D витаминдарына һәм майлы кислоталарға бай.
Шулай уҡ ҡаты сыр, майлы балыҡ (сельдь, сардина, скумбрия һ.б.), ит, һоло һәм ҡарабойҙай бутҡалары ла кәйеф күтәреү һәләтенә эйә. Белгестәр был исемлеккә әсе ҡыҙыл боросто ла өҫтәй.
Фото: mirpovara.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/335940
Читайте нас: