Ял көнөндә ҡотҡарыусы егеттәр бер баланы үлемдән йолоп алып ҡалды. Көйөргәҙе һыуһаҡлағысында йөҙөп сығырға хәле етмәгән 12 йәшлек баланы һыуға батыуҙан ҡотҡаралар. Өҫтәүенә ул бик өшөгән булған. Балаға тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә һәм ата-әсәһенә имен-аман көйө тапшырыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында ошо хаҡта хәбәр иттеләр.
Йәй башынан һыуҙа батыусылар һаны артыуы бик көйөнөслө. Ҡорбандар балалар араһында ла, өлкәндәр араһында ла бар. Хәүефһеҙлек саралары күҙәтелгән урындарҙа ғына һыу инергә саҡырабыҙ, яҡындарығыҙҙы хафаға һалмаһағыҙ ине. Йәй бит башлана ғына...
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.