Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 20:45
Яңы йүнәлештәр буласаҡ
Башҡорт дәүләт медицина университетын быйыл специалитет (дауалау эше, педиатрия, стоматология, фармация, медик-иҫкәртеү эше йүнәлештәре) һәм бакалавриат (биология) программалары буйынса 1255 кеше тамамлаясаҡ.
Шулай уҡ, 906 ординатор, 159 урта медицина персоналы ла ҡулдарына диплом аласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта яңы уҡыу йылына абитуриенттарҙан документтар ҡабул итеү кампанияһы ла килеп етте. Быйыл университетта 696 бюджет урыны планлаштырылған, уларҙың 454-е – маҡсатлы йүнәлтмәләре булғандар өсөн.
Быйылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыуҙың яңы йүнәлеше индерелә: “Һаулыҡ һаҡлау тармағында социаль эш” йүнәлеше буйынса документтар ҡабул ителәсәк (бакалавриат). Унан тыш “биология” йүнәлеше буйынса магистратураға ла документ тапшырырға мөмкин.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта БДМУ-ның өлкән курс студенттары һәм ординаторҙар республика райондарында эшләй. Эпидемия башланғандан алып 120 студент COVID-госпиталдәрҙә эшләгән. Әлеге ваҡытта сменала 37 студент, 65 ординатор эшләй, улар Өфө, Туймазы, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары дауаханаларында хеҙмәт итә.
Фото: avatars.mds.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ya-i-y-n-lesht-r-bulasa-332390/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?