Даирә
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 20:50
“Ул барыбер өйгә әйләнеп ҡайтманы...”
12 июндә Өфөлә юғалған 17 йәшлек Олеся Таһирова табылған тип хәбәр иткәйнек.
Ҡыҙ үҙенең иҫән-һаулығын, Салауат районының Малаяҙ ауылында икәнлеген, ул өйөнән ҡыуылып сыҡҡанын еткергәйне. Олесяның: "Әсәйем мине күрә алмай, сөнки теләп тапҡан балаһы түгелмен. Ул мине аҙғынлыҡта ғәйепләй, кәмһетә, "үлһәң ярар ине" тип теләй", - тигән һүҙҙәре лә йәмәғәтселеккә билдәле булғайны. Унан тыш, ҡыҙ әсәһенең кешеләрҙән бурысҡа аҡса алыуын һәм кире ҡайтармауын белдергәйне.
Бөгөн иһә шул мәғлүм булды: Олеся иҫән-һаулығын белдерһә лә, барыбер өйөнә ҡайтмаған. Был хаҡта "Горобзор" порталы хәбәр итә.
Әсәһе иһә Олесяның быға тиклем дә өйҙән сығып китеүен, әлеге ваҡытта Өфөлә Шумавцова урамында бер ир менән йәшәгәнлеген, уҡырға һәм эшләргә теләмәгәнен белдерә. Олесяның башын шикле әхирәттәре бутау ихтималығын да инҡар итмәй.
"Олеся ныҡ алдаша, ышанмағыҙ. Үҙем, әлбиттә уҡыманым, әммә матбуғат сараларында ҡыҙымдың минең турала һөйләгән шаҡ ҡатырғыс нахағын еткереүселәр табылды. Мин шок хәлендә", - ти күп ҡатлы йорттарҙың береһендә вахтер булып эшләгән 48 йәшлек ҡатын. Ул ҡыҙының үҙе менән бәйләнешкә сыҡмауын белдерә.
Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала...
Фото: "Горобзор" порталы
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ul-bariber-yg--yl-nep-aytmani-332017/
Читайте нас: