Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 17:00

Радик Юлъяҡшиндың ни өсөн Дональд Трамп булғыһы килә?

Танылған йырсы Радик Юлъяҡшин яңыраҡ тура эфирҙа уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе.

- Бер көнгә урындарығыҙҙы алмашып, кем тормошо менән йәшәр инегеҙ?

- Хм... Трамп тормошо менән! Ни өсөнмө? Бөтә мәғлүмәтте үҙебеҙгә “ағыҙыу” өсөн. Бер аҙ шымсылыҡ итеп, мәғлүмәт белешер инем.

- Сәхнәлә килеп сыҡҡан иң ҡыҙыҡлы осраҡ ниндәй булды?

- Минең был хаҡта һөйләгәнем дә бар инде. Береһендә сығыш яһарға һуңға ҡалам, йүгерәм. Әле был мәктәптә уҡығанда ине. Мин костюм-салбарҙан. Шул тиклем ҡаты йүгергәнмен, хатта салбарым йыртылды. Шул урынды скрепкалар менән эләктереп, сәхнәгә сығып йырларға тура килгән ине. Һиңә йырларға кәрәк, ә башыңда "тишек салбарҙы күрмәһендәр ине" тигән уй ғына.

- Хәҙерге ваҡытта "Элвин Грей" проекты бик популяр. Әммә ваҡыт уҙыу менән ул популярлыҡ кәмейәсәк бит. Ул сағында нимә эшләйәсәкһегеҙ?

- Мин кескәйҙән үҙемде музыкант тип һанайым һәм проектһыҙ үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Минең һәр ваҡыт запас пландарым бар ине. Береһе килеп сыҡмаһа, икенсеһе... Минең бер хатам булды. Йырсы булмаһам, аранжировкалар яһаусы булыр инем тип уйлай инем. Ә бына ишетеү һәләтен өлөшләтә юғалтҡандан һуң башымды тотоп, былай ҙа була икән тип ултырҙым. Бөтә пландарым селпәрәмә килде. Тормошта барыһы ла еңел генә түгел икән тип уйланым. Хәҙер минең ишетеү һәләтем элекке кеүек яҡшы түгел һәм ҡолағымда гел ниндәйҙер тауыш яңғырай. Шул тауыш менән уянам, шуның менән йоҡоға китәм... Әммә нимә генә булһа ла, музыка менән шөғөлләнәсәкмен. “Элвин Грей” проекты үҫә, беҙ эксперименттар яһайбыҙ, материалдар әҙерләйбеҙ. Әле эш бик күп.

- “Янып бөткән” сағығыҙ булдымы? Яңынан нисек ижад итә башланығыҙ?

- 5-6 йыл дауамында, бер ҙә ял итмәйенсә гастролдәргә йөрөгәндә, тәжрибәле, олораҡ кешеләр миңә “Радик, янма ғына”, тип әйтә ине. Мин быға нисектер ҡолаҡ һалманым. Ә бер ваҡыт мин килеп "яндым". Мәскәүҙә “Крокус”та уҙған концерттан һуң, егеттәр, әйҙәгеҙ гастролдәрҙе туҡтатабыҙ, ярты йылға күсерәбеҙ, әйҙәгеҙ ял итәбеҙ, тинем. Шул ваҡыт ныҡ арығанымды, ысынлап та, ял итергә теләгәнемде аңланым. Кешесә йәшәгем, аҙ ғына ижадтан да ял итәһем килде. Ике аҙна түҙҙем дә студияға саптым. Һәм шул ваҡытта концерттарҙы туҡтаттылар. Хоҙай мине ишетте, күрәһең. Хәҙер ҙә ял итәм, әммә студиянан түгел, ә рухи яҡтан ял алам. Үҙеңде улай көсләп эшләтергә ярамай. Эшегеҙҙе яратығыҙ, әммә самаһын белеп кенә! Өлкәндәрҙең дә һүҙенә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ.

- Күп ҡатынлылыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?

- Был минең өсөн түгел. Мин бер генә кешене ярата алам. Таныштарым араһында бар, әлбиттә, ундайҙар. Улар оло кешеләр. Ситтән ҡарайым да, нисек өлгөрә икән тип уйлайым. Һин берәү генә, ә улар күп бит!

- Депутат булыр инегеҙме?

- Ниндәй депутат?! Мин музыкант! Сәйәсәткә ҡыҫылып, нимәлер эшләргә маташҡан ижад кешеләрен, ғөмумән, аңламайым. Әгәр ҙә музыкант икәнһең — һин ижад итергә тейеш. Мәктәптә уҡығанда, үҫкәс кем булырға теләйһең, тигән һорауға мин гел "президент" тип яуап бирә инем.

- Путин менән осрашһаң, нимә тип әйтер инең?

- Трамптан урлаған мәғлүмәтте уға тапшырыр инем (көлә).

- Ниндәй телдә уйлайһығыҙ?
- Башҡортса. Мин быны Мәскәүгә күскәс нығыраҡ аңланым, сөнки һөйләшеүе ҡыйын ине. Башта уйлайым, аҙаҡ башымда руссаға тәрҗемә итеп, яуап бирәм.

- Ныҡ оят булған ғәмәлдәрегеҙ бармы?

- Бар, берәү генә лә түгел. Миңә ҡалһа, ундай эштәр һәр кешелә лә бар инде ул. Иң мөһиме - ул хаталарҙы ҡабатламаҫҡа, ә һығымта яһарға.

Фото:Likes.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: