Документҡа ярашлы, 2021 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын индексациялау күләме — 6,3%, 2022 йылда — 5,9% (18 357 һумға тиклем), 2023 йылда 5,6% була (19 283 һумға тиклем).
Түләүҙәр өсөн сығым йыл һайын 1 апрелдән башҡарылған индексацияны һәм пенсионерҙың бынан алдағы йыл өсөн йәшәү минимумының үҫеш темпын иҫәпкә алып билдәләнгән: 2021 йылда — 1,5%, 2022 йылда — 3,9%, 2023 йылда — 3,7%.
2021-2023 йылдарҙа тупланма өлөш һәм ашығыс пенсия түләүе күләмен арттырыу планлаштырылмай.
Социаль пенсияның уртаса йыллыҡ күләме 2021 йылда — 9977 һум, 2022 йылда — 10 307 һум, 2023 йылда 10 693 һум була.