Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 16:45

Өфөлә тәүлегенә коронавирус йоҡтороуҙың биш яңы осрағы асыҡланған

Өфөлә яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы башланғандан алып рәсми рәүештә 1690 ыңғай һөҙөмтә теркәлгән. Һуңғы тәүлектә биш осраҡҡа артҡан, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөлфиә Камаева мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә.

«100 меңгә сир күрһәткесе 148,2 осраҡ тәшкил иткән, — тине санитар табип. — Бөгөн Өфөлә 14 868 кеше табиптар күҙәтеүенә алынған, уларҙың ике меңдән ашыуы – ОРВИ билдәләре менән».
Зөлфиә Камаева Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү тураһында иҫкә төшөрҙө. 1 июлдә участка һайлау комиссияһы ағзалары һәм тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар участкаға битлек һәм бирсәткә кейеп инергә тейеш. Граждандарға социаль дистанцияны һаҡларға, участка һайлау комиссияһында 15 минуттан да артыҡ тормаҫҡа кәңәш ителде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: