Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 21:25

Барыһы ла үҙ яйына ҡайта

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин онлайн брифингта көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.

Мәҫәлән, бәғзе граждандарҙы медицина өлкәһендәге йәш белгестәргә ҡағылышлы, һөнәргә йәлеп итеү, матди ярҙам күрһәтеү саралары, эпидемияға бәйле, туҡталып ҡалмаҫмы, тип борсола. Был йәһәттән министр тәү сиратта йәш белгестәрҙең, шул иҫәптән медицина уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙың коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү эштәренә әүҙем йәлеп ителеүен билдәләп үтте. Йәш белгестәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүгә килгәндә, бығаса эшләп килгән федераль, республика, муниципаль программалар дауам итәсәк, йәш белгестәр һәр яҡтан хәстәрле һәм яҡлаулы буласаҡ.
Республика райондарының береһендә йәшәгән граждан иһә ошондай һорау бирҙе. "Инвалид бала план буйынса Республика клиник балалар дауаханаһына консультацияға килергә тейеш. Бөгөнгө талаптар буйынса, ул юлға сығырҙан ете көн алда йә ошо аҙна эсендә коронавирусҡа анализ тапшырырға бурыслы. “Был түләүлеме, әллә бушлай эшләнәме?” - тип борсола баланың яҡындары. Максим Забелин, бындай осраҡта, Рәсәй Һаулыҡ һаулыҡ мнистрлығының регламентҡа ярашлы норматив ҡағиҙәләренә ярашлы, анализ бушлай була, тине.
Беренсе класҡа барасаҡ балаларға медицина тикшереүе үткәреүгә килгәндә, был мотлаҡ булмаһа ла, үтәлергә тейешле ғәмәл, тине министр. Әлбиттә, барыһы ла коронавирус инфекцияһын таралыуҙы иҫкәртеү ҡағиҙәләренә ярашлы башҡарылырға тейеш.
Унан тыш, Максим Забелин барлыҡ медицина учреждениеларында ла тар белгестәрҙең эшләүен, уларға ҡәҙимгесә, алдан яҙылып, барып булыуын белдерҙе.
Фото: z65.d.sdska.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: