Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 18:55

Айҙар Ғәлимов: “Күрше тауығы – күркәләй”

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов йыш ҡына тамашасыларының һорауҙарына яуап бирергә ваҡытын йәлләмәй. Был юлы ла коронавирус, бәхет, күңел тыныслығы тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Өйҙә ултырыу ваҡыты ниндәй һабаҡ бирҙе?

– Беренсенән, донъя беҙ уйлағанса ғына бармай икәнен аңлатты. Шундай хәлдәр килеп сығырға мөмкин, һин уның менән килешәһең, һәр хәлдә, ҡаршы бара алмайһың. Коронавирус кемдең-кем икәнен дә, кемдең ысынлап ниндәй икәнен күрһәтте. Насар яҡтан ғына тип уйламағыҙ, кемдер көтөлмәгән яҡшы яҡтан да асылды. Кем белә, бәлки, был беҙгә Хоҙай Тәғәләнең үҙенән килгән һабаҡтыр. Уйланыр, тормоштоң, эшеңдең, коллективыңдың, тамашасыларыңдың ҡәҙерен белер өсөн ундай ваҡыттар ҙа кәрәк икән. Ысынлап та, донъя шул тиклем үҙгәреүсән. Аралашып та була, күрешеп тә, нимә теләйһең, ҡайҙа теләйһең – шунда барып була тигән уйҙарҙан арындырҙы. Донъя туҡталып ҡына түгел, бикләнеп ҡалды. Бындай хәлдәрҙең булғаны юҡ ине әле. Баҡтиһәң, быға ла әҙер булырға кәрәк икән. Үткәрә белергә, түҙергә, нимәнелер ситкәрәк ҡуйып торорға кәрәк. Төрлө һабаҡ алдыҡ, һанай китһәң, күп инде…

- Күңел тыныслығын ҡайҙан алырға?

– Күңел тыныслығы, уйлап ҡараһаң, бик ҙур нәмә. Әллә ниндәй уңыштарға ирешергә, әллә ниндәй байлыҡ тупларға, шул уҡ ваҡытта күңелеңдә тыныслыҡ булмаҫҡа мөмкин. Был – ҙур бәхетһеҙлек. Эшләйбеҙ, сабабыҙ, ниндәйҙер пландар ҡуябыҙ, шуға ирешергә тырышабыҙ һәм шул ваҡытта күңел тыныслығын юғалтырға мөмкинбеҙ. Уны ҡайҙан алып була? Беренсенән, шөкөр итергә, булғанына ҡәнәғәт булырға кәрәк. Күршенең тауығы – күркәләй тигәндәй, башҡаларҙың тормошо ситтән һәр ваҡыт яҡшы күренә. Ҡайҙан беләһең, эстә нимәләр барын? Ғаиләңдән, балаларҙан, тормошоңдан ҡәнәғәтләнеү хисе булһа, тормош еңелерәк була. Доға уҡыу, Хоҙай Тәғәләгә ышаныу, уға буйһоноу күңел тыныслығы бирә.

- Һеҙҙең өсөн бәхет ул нимә?

– Атаҡлы актер Вячеслав Тихонов бер фильмда: “Әгәр һине аңлаһалар, шул бәхет була”, — тигән ине. Актер Евгений Леонов иһә, бәхет – иртән эшкә, кис өйгә ашҡыныу булғанда, тип әйткән. Өс ай буйы карантинда ултырып бер-береңдән туйып бөтмәһәң, быныһы ла бәхет... Мин, кеше был тормошта үҙ урынын тапһа, бәхетле була, тип әйтер инем. Уның өсөн уҡырға, ниндәйҙер юлдар үтергә, ниндәйҙер ишектәрҙе асырга, ҡайһыларын ябырға тура килә. Шул юлдарҙы үтеп, үҙ урының табыла. Шулай булғанда үҙең дә бәхетле, кешеләрҙе лә бәхетле итә алаһың. Кеше үҙ урынында булмаһа, үҙе өсөн дә, башҡалар өсөн дә еңел булмай.
ФотоLikes.ru:
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: