Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 13:40

ЮЛДАРҒА УРАЛҒАН ЯҘМЫШ (Хикәйә)

Ринат шофер булып эшләп йөрөгән йәш кеше, икенсе төрлөрәк итеп әйткәндә, машина йөрөтөүсе. Шулай килеп сыҡты инде – Ринат үҙ яҙмышын бөтөнләйе менән техникаға һәм уға ултырып үткән юлдарға бәйләне. Туғыҙынсы класты бөткәс тә ҡалаға барып шөферҙар курсында уҡып сыҡты һәм ҡаршылыҡһыҙ-ниһеҙ колхозға ҡайтып эшкә урынлаша алды, тик ул уйлағанса тиҙ генә машина рулын тоттора һалманылар егеткә.

Гараж урамында арыуыҡтан бирле серей биреп, боҙолоп ултырған Газ-51 машинаһын йүнәтергә ҡуштылар. Танауы төштө йәш кешенең. Әлбиттә, ауырлыҡһыҙ тормош булмай. Бик күңелһеҙ генә эштән ҡайтҡан Ринаттың әсәһе Фәйрүзә нисек эш башлауын һораштыла:
- Анһат ҡына өр-яңы машинаны һиңә тоттороп ҡуйырҙар, тип уйлағайныңмы? – тигән һорау бирҙе. - Күреп йөрөйөм, күп кенә шоферҙар эште тап машина ремонтлауҙан башлайҙар. Тәүҙә, улым, һәр эштә лә үҙеңдең тырышлығыңды күрһәт! Шунан башҡаһы булыр.
Әсә һүҙҙәре менән килешергә тура килде Ринатҡа. Эйе, был тормошта ынтылған һайын ҡалья эләгеп тормай бит инде.
Ләкин ярты айҙа бөтә торған ремонт, запчасть етмәү арҡаһында, ике айға һуҙылып китте һәм йөк машинаһы көҙ башланыуға ҡарай ғына терелде, ҡалтыр-ҡолтор йөрөһә лә колхоз яландары буйлап йөк ташыуға эшкинде.
Әсәһе Фәйрүзә бына тиҫтә йылдар дауамында ошо “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында һауынсы булып эшләй. Тәүҙә, йәш ваҡытында, урта мәктәпте тамамлағандан һуң быҙау ҡараны, кейәүгә сыҡты. Ире Ишбулды тракторсы ине. Йәй көндәре комбайнға ултырып уңыш эшендә ҡатнашыр ине, ҡыш булһа - тракторға күсте. Тиҙҙән ғаилә, ҙур булмаһа ла, өй һалып инде. Техника үҙ ҡулында булғас, Ишбулдыға ағас килтереү эшендә өҙөклөктәр булманы. Шул арала Ринат тыуып, йәш ғаиләнең ҡыуанысын арттырҙы.
Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, “тормош ҡуласа, бер әйләнеп бер баҫа”, тигәндәре дөрөҫ тә булып ҡуя. Яңы өйгә инеп, етеш тормошта мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, бер-нисә йыл йәшәп ҡалдылар йәшәүен, тик уйламағанда бәлә килде. Колхозға яңы идара йорто (контор, тип ҡыҫҡартып атай уны халыҡ) өсөн ағас ташыған ваҡытта делянкала төптән бысылып ауған ағас аҫтында ҡалып һәләк булып ҡуйҙы Ишбулдыһы. Бындай осраҡта бер нимә ғылып булмай, тик күҙ йәштәренә генә битте йыуырға мөмкинлек бирәһең.
Шулай итеп, Фәйрүзәне ҡайғы йәшләй бөктө, тик эш менән онотолорға тырышты, күберәк ҡайғыһын улы Ринатҡа баҫты, тәрбиәләп үҫтереп, һөнәр алып бирергә өлгәште. Һоратып килделәр, әлбиттә, ләкин Фәйрүзә башҡа кейәүгә сығырға бөтөнләй уйламаны, шуға күрә ризалыҡ та бирмәне, иң төп бурысы Ринатты үҫтереп ир ҡорона еткереү.
Ринатты ябайыраҡ булған һөнәргә уҡытырға тырышты әсәһе, шуның тураһында тылҡыны. Уның уйынса, бөтә кешегә лә юғары белем алып, галстук тағып етәксе, булып конторҙа ултырырға тимәгән бит. Контор йәшәһен өсөн уның иҙәнен йыуып торорға, ремонт эшләргә, төҙөкләндерергә ябай эшсәндәр кәрәк. Малсыһыҙ, машина-тракторһыҙ ҙа контор эше бармай.
Ә Ринаты, әсә һүҙен тыңлап, техниканы хеҙмәтләндереү юлын һайланы, моғайын, яңылышмағандыр.
Бына шулай итеп, Ринат, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре коллективына һыйып, матур ғына эшләп алып китте. Машинаһы иҫке булһа ла төҙөк һәм таҙа тоторға тырышты, бирелгән йөк пландарын арттырып үтәне, иртә эшкә китте, һуң ғына ҡайтыр булды. Шул арҡала йәштәр ыңғайына шәмбе, йәкшәмбе көндәре клубҡа сығып “тыпырҙып” ҡайтырға өлгөрмәне, яҙмышына ҡуш итерҙәй ҡыҙ менән танышырға мөмкинлеге лә булманы, форсаты ла сыҡманы. Әсәһе был турала күпме әйтеп ҡараны, файҙаһы булманы, эшкә күмелеп бер үҙе йәшәргә өйрәнде лә ҡуйҙы. Бәлки, шулай әсәһе менән икәүҙән-икәү артабан да йәшәрҙәр ине, тик тормош ағышы һәр ваҡыт һин уйлағанса ғына бармай икән шул. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан колхозына “демократия” тигән сәйәсәт елдәре килеп етте, шул арҡала барыһы ла түңкәрелде. Имен-аман йәшәгән колхоз “һә” тигәнсә юҡҡа сыҡты. Колхоз рәйесе ферма, башҡа мал торлаҡтарыын һатып байыны, механик уңлы-һуллы машина-тракторҙарҙы һатып кеҫә ҡалынайтты, ә зоотехник малдарҙы елгәрҙе. Бына шулай итеп колхоз урынына КФХ, йәғни крәҫтиән-ферма хужалығы барлыҡҡа килде. Унда ике йөҙ баш һауын һыйыры урынына егерме баш эле мөгөҙлө мал ҡалды. Бына шулай итеп колхоз бөттө, Фәйрүзә лә, улы Ринат та эшһеҙ ҡалып ҡуйҙы.
Фәйрүзә эштән бушаныуына әллә ни әсенмәне, сөнки ауыр эштә ғүмер буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләүе елкәгә лә тейеп бөткән ине инде. Хатта ҡайһы саҡта ҡырғараҡ ҡунаҡҡа йә туйға барам тиһәң, алмаш һауынсы таба алмай этләнгән ваҡыттар күп булды. Ауылда эшһеҙ ятҡан ҡатын-ҡыҙҙар нишләптер ферма яғына барыуға инҡар була торғайнылар.
Ә Ринат, йәш кеше, яңы шарттарҙа, ярай әле башы етеп, үҙ яйын, үҙ юлын тапты. Баштранс фура класлы машиналарға шоферҙар әҙерләү курстары асҡанын район гәзитенән уҡып белде, барҙы, инде, уҡып сыҡты һәм тиҙҙән “фура” тип аталған машина-поезд рулен борғослай башланы, ауылдан китергә тура килде уға. Был машиналарҙағы шоферҙарҙы “дальнобойщиктар” тип атап йөрөтәләр икән. Уныһына ла күнде Ринат. Йөк ташыу юлдары күпкә оҙонайҙы һәм киңәйҙе, шул арҡала өйгә ҡайтыуҙар һирәгәйҙе, йылына ике-өс тапҡыр эләкһә-эләгә, эләкмәһә – юҡ. Мурманскиҙән алып Байкал аръяғына тиклемге оҙон юлдарҙы гиҙергә тура килә уға хәҙер. Ҡайһы берҙә үҙең машина йөрөтөүсе, үҙең – экспедитор, үҙең – йөк ташыусы булып та китәһең, бик ҡиммәтле йөктәр ташырға йәки ҙур ғына сумма аҡсаларҙы ҡулдан үткәрергә тура килә. Ә юлдарҙа йөрөү хәүефле, шоферын үлтереп, бөтә тейәлгән тауарҙы алып киткән осраҡтар юҡ-юҡта булып тора бит.
Әлбиттә, һәр фурала һөйләшеү аппаратураһы бар, йәғни рация. Бер төркөмдә булғандар үҙ-ара һөйләшеп, кәңәшләшеп баралар. Ҡайҙа туҡтап тамаҡ ялғап була, ҡасан, нисәгә тиклем, ҡайҙа ял итергә, төндө ҡайҙа үткәрергә алдан уҡ һөйлшеп-килешеп баралар. Ауырлыҡ килгән ваҡытта бер-береңә ярҙам итеү һәр береһенең изге эше булып һанала.
Оҙон юлда ни төрлө хәл булыуы мөмкин. Авария булдырмау – төп бурыс. Унан башҡа уйламаған хәлдәр килеп сығып ҡына тора.
Бынан бер йыл элек Ринат өс айлыҡ эш хаҡын һалып алып юлға сыҡты. Был юлы ҙурыраҡ ҡалаға инеп, күберәк өлөшөн әсәһенә ебәреп ҡыуандырырға уйлағайны – булманы, килеп сыҡманы был уйланылған эш. Күҙҙәре ирекһеҙҙән йомола-йомола барғанға күрә, төркөмдән айырылып юл ситендә туҡтаны, йоҡлап китеп авария булып ҡуйһа – эш һәләк.
Ҡул-битте сайып алырға тип тышҡа сығыуы булды, ике еңел машина йәнәш килеп туҡтаны, унан алты кеше килеп сыҡты. Бөтәһе лә ҡораллы. Дүртәүһе Ринатты бортҡа терәп тотҡан арала, тегеләре салонда ревизия яһап, булған аҡсаны алып юҡҡа сыҡтылар. Тере ҡалғанына ҡыуанды ул һәм был турала төркөмгә әйтеп тормаҫҡа булды. Ул талаусыларҙы ҡайҙан табаһың да, нимә эшләтәһең инде? Улар машиналары номерҙарын сәғәт һайын үҙгәреп, алмаштырып торалар ит инде.
Бер туҡтап тамаҡ ялғаған ваҡытта, бер танышы, дальнобойщик, былай тип һөйләп ултырҙы. “Яңыраҡ бер үҙем юлға сығырға тур килде, сөнки минең алмаш ҡапыл ғына ауырып киткән ине. Эйе, була торған хәл. Ҡараңғы төшә башлаған ваҡыт, фар яҡтыһында бер саҡ нәҙек билле бер ҡыҙ пәйҙә булды. Туҡтаным, шундай матур йәш ҡыҙ баҫып тора аптырарһың! Алдында ҡап-ҡара һыҙыҡ юлға арҡыры һыҙылған. Был тирәнән ҡала-ауылдарға алыҫ ҡына, нишләп бындай урында тора икән, тигән уй мейемде телеп үтте. Машинанан төшөп уға ҡарай атлап барғанда: “Ни булды? Нишләп бында тораһың? – тип һораным. Ләкин теге яуап бирмәй, бер ҡулы менән үҙенә саҡыра башланы. Ҡара һыҙыҡҡа еткәс, аша атларға баҙнат итмәнем, сөнки ҙур, зәңгәр күҙҙәре уттай яна шуны күреп ҡалдым, шуға ҡурҡтым. “Яныңа бармайым, ҡара һыҙыҡты үтмәйем!”- тип әйтеүем булды, ҡыҙыҡай өлкән йәштәрҙәге бер ҡарсыҡҡа әйләнде лә ҡуйҙы, миңә ташланды был, ләкин ҡара һыҙыҡты үтә алмай этләнеп тик йөрөнө. Иҫемә килеп, кабинаға менеп, машинаны ҡабыҙыуым булды, тынлыҡ урынлашты, бөтәһе лә юҡҡа сыҡты. Мин тиҙерәк был яҡтарҙан һыҙыу яғын ҡараным”.
Бына һиңә мә! Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ, шулай ҙа һаҡланып йөрөү кәрәк, бындай юлдарҙа мейенең буталып китеүенә бер аҙым. Хатта Хоҙай Тәғәлә үҙе лә “һаҡланғанды – һаҡлармын”, тип был эштең күп өлөшөн әҙәм балаһына ҡалдырған бит.
Ҡурҡыныс хәлдәргә ҡарағанда мәҙәк хәлдәргә дальнобойщиктар күберәк осрай, буғай. Тағы бер оҙон юлдарҙы тәгәрмәскә ураусы кеше былай тип һөйләгәйне.
- Имен-аман асфальтты тәгәрмәскә урай-урай китеп барабыҙ. Алмашсы егет йоҡо һимертә, мин рулдә саҡрымдарҙы һанап киләм. Юл ситендә берәү ҡул күтәреп туҡтатты, арыраҡ тәгәрмәсле тракторы тора ине. Баҡһаң, тракторы боҙолған, йөрөмәй, юл ыңғайы һөйрәп алып барыуҙы һораны. Мин тракторын ул үҙе биргән нәҙек һәм арыуыҡ оҙон тросҡа таҡтым да яйыраҡ тиҙлектә артабан киттем. Тап ошо саҡ алмашсы егет уянды һәм шунда уҡ руль артына ултырырға теләк белдерҙе. Мин ни ҡарышманым, рулде тотторҙом да уның артындағы топчанға ял итергә яттым. Машинабыҙ бер аҙ ҡыҙыуыраҡ киткәндәй булды. Минең алмашсы дуҫ һорай:
- Әйт әле, иптәш ял итеүсе, тәгәрмәсле тракторҙарҙың иң ҙур тиҙлеге күпмегә барып етә икән?
- Илленән артмай, - тип конкрет яуап бирҙем.
- Ай-һай, һинең әйткәнең дөрөҫме икән – икеләнеп ултырам. Беҙҙең арттан бер трактор төшөп алған да эйәреп тик килә. Мин йөҙ км\cәғәт менән киләм, ул да арттан ҡалмай бешә генә, хатта баянан бире фарҙарын алмашлап яҡтыртып, мине үтеп китергә самалай –, тигәс кенә тағып алынған трактор иҫемә төштө. Машинаны туҡтатып төштөк, тракторист тросын ысҡындыра һалды, ауылына етмәгән булһа ла, артабан тағылып барыуҙан ҡырҡа баш тартты был...
- Бына шулай итеп Ринат бар яҙмышын юлдарға ураны.
Был юлы ла имен-һау көйө Самара ҡалаһына килеп етте Ринат, Волга йылғаһының ярында урынлашҡан тәғәйен ангарға килеп етеп, тик аяҡ ейемдәренән торған бәйләмдәрҙе тулыһынса тапшырҙы, документың алды, еңел һулап ҡуйҙы һәм ангар келәттәренең береһенән телефон һорап алып, үҙҙәренең ауыл почтаһына шылтыратып әсәһенең хәлен белешергә булды, тиҙҙән отпуск алып ҡайтырға йөрөгәнен әйтергә ашыҡты ул. Сәғәт иртәнге ун тирәһе, ауыл почтаһы эшләргә тейеш, кеҫә телефондары аша һөйләшкәндә ҡайһылай яҡшы булыр ине бит, тик ауылды улар тотмайҙар. Сәбәбе ябай ғына – антенна-вышка ул яҡтарҙа ҡуйылмаған.
Беренсе мәртәбә шылтыратҡанда телефон элемтәһе барып етмәне, шикелле, “шыж”лап тик торҙо ла ҡуйҙы, икенсе тапҡыр Хоҙай араланы, теге яҡтан “тыңлайым һеҙҙе”, тигән таныш тауыш ишетелде.
- Еңгәй! Был РинатАҡсуашев шылтырата, мине ишетәһегеҙме?
- Ишетәм, ишетеп торам, Ринат. Ҡайҙан шылтыратаһың әле?
- Самаранан шылтыратам. Волга буйынан. Әсәйемдең хәлен һорашайым тигәйнем... Тиҙҙән ҡайтырға ине уйым.
- Шылтыратыуың бик һуң булды бит әле... Әсәйеңде бер аҙна элек ерләп ҡуйҙылар...
Башына таяҡ менән һуҡҡандай булды Ринаттың. Шул урында телефонды ташлап кабинаһына йүгереп инде, хәле бөткәнсә иланы ла иланы. Берҙән-бер әсәһен йылдар буйы күрмәгән улына нимә тип әйтәһең инде? Юҡ! Ҡулға артабан эш бармай. Төштән һуң хужаһына шылтыратты, хәлде аңлатты, торған урындан отпуск алды, аҡсалары ла әллә ни көттөрмәй шәхси иҫәпкә килеп ҡунды. Алмашсыһына фураны тапшырҙы ла такси табып, уны яллап юлға сыҡты. Биш йөҙ саҡрым араны тәжрибәле таксист биш сәғәт ваҡыт эсендә үтеп өлгөрҙө. Ауыл осонда уҡ төшөп ҡалды Ринат һәм тура ҡәберлеккә ҡарай йүнәлде. Яҙа-йоҙа кәртәләнгән яңы тупраҡ өйөмөн тиҙ тапты ул һәм тупраҡ өҫтөнә ҡапланып күҙ йәштәренә тулы мөмкинлек бирҙе. Күпме ваҡыт үткәнен тойманы ул, тик көндөң кискә ауышыуын ғына һиҙҙе.
Ринат бөтмәҫ-төкәнмәҫ уйҙар тулҡынына сумды, әсәһе менән бергә үткәргән ҡүмерен барланы, монологҡа күсте.
- Әсәй, мин һинең яныңа ҡайттым. – Тик икебеҙ ике ҡитғала бит әле. Шуныһы насар булды. Әсәй! Мине ғәфү итә алһаң – ғәфү ит! Бәлки, гел ҡырҙа йөрөп яңылышҡанмындыр? Әммә кешене яҙмыш, йәшәү сығанағы булған аҡса артынан ҡыуыу йөрөтә, албырғата. Эх, был донъя – кәкере мөрйә! Теләгәнеңде теүәл итеп бер ваҡытта ла эшләп булмай. Мин бөгөндән башлап ауылдан бер ҡайҙа ла китмәйем. Өйөбөҙҙө йылытып алып, шунда йәшәйәсәкмен. Мотлаҡ өйләнәсәкмен. Балаларыбыҙ булһа, һинең турала һөйләйәсәкмен. Мин әле йәш, аҡылға ултырырға ваҡыт, моғайын, миңә лә бында берәй эше табылыр. Булмаһа, машиналар ремонтлай торған гараж асырмын, ошонда, ата-олаталар ерендә йәшәп ҡалырмын әле...
Төн таңға ҡарай күсенде. Алыҫтан, тауҙар артынан ялтырап ҡына һүрән ҡояш нурҙары күренеп киткәндә булды.
Ринат торорға булды, ләкин тора алманы. Ошоға тиклем ауыртып-ауыртып алһа ла, һәүетемсә эшләп торған йөрәк ҡапыл ныҡ итеп сәнсеп алды ла кинәт кенә туҡтаны, ҡабат ҡабынманы...

- Әсәй! Был һинме?
- Эйе, мин, балам.
- Нишләп тораһың бында?
- Һине көтөп торам, балам. Әйҙә, бергәләп ата-олаталар яғына юл тартайыҡ, тием!
- Ярай, шулай итәйек, әсәй. Мин һине шундай ныҡ яратам! Моғайын, белмәйһеңдер әле! Беҙ тағы бергә! Ҡайһылай ҙур ҡыуаныс!
- Эйе, балам, беҙ тағы бергә. Мәңгелек донъяла айырылышыуҙар булмай, балам...
Борис Хәйретдинов
Читайте нас в