Даирә
-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 11:10

Урмандар яна...

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып урман фонды биләмәһендә 19 урман янғыны теркәлгән

Башҡортостанда 22 июндән һәм махсус бойороҡҡа тиклем урман фондында янғынға ҡаршы режим индерелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, республика башҡарма власть органдарына һәм муниципалитеттарға тораҡ пункттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе күҙәтеүҙе көсәйтеү, барлыҡ янғын бүлексәләрендә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштороу, бөтә тораҡ пункттарҙы телефон бәйләнеше менән тәьмин итеү, янғынға ҡаршы агитацияны әүҙемләштереү бурысы йөкмәтелде.
Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып урман фонды биләмәһендә 19 урман янғыны теркәлгән (уҙған йылдың ошо осоронда – 112).
Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ут сығыуҙың төп сәбәбе – кеше факторы. Урманға һәм ундағы тәбиғәт объекттарына килтерелгән зыян – 134,3 мең һум, янғынды һүндереү өсөн сығым 96,7 мең һум тәшкил итте.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы республикала йәшәүселәрҙе урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм урман янғынына йәки уның эргәһендә ут сығыуға тап булған осраҡта урманды һаҡлауҙың берҙәм 8-800-100-94-00 номерына йәки Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға саҡыра: (347) 218-14-14.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в