Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 13:45

Тағы ниндәй учреждениелар асылыр?

Яйлап ҡәҙимге тормошҡа ҡайта башланыҡ кеүек.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында сираттағы тапҡыр коронавирус инфекцияһын таратмау буйынса саралар ҡаралды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала 4959 сирле иҫәпләнә, зарарланыусылар тәүлек эсендә 53 кешегә артҡан. Үҫеш темпы 1 процент тәшкил итә.
Күренеүенсә, республикала бер ни тиклем хәл контролгә алынды. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киләһе аҙнанан республикала мәсет һәм сиркәүҙәрҙе асырға ҡушты.
– Миңә рухи лидерҙар мөрәжәғәт итте һәм мәсет-сиркәүҙәрҙе асыуҙы һораны. Был мәсьәләне Роспотребнадзор талаптарын иҫәпкә алып кәңәшләшеп эшләргә кәрәк. 29 июндән асырбыҙ, эшләһендәр, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләр ҙә бынан ары офлайн-режимда үтә башлаясаҡ.
– Коронавирусҡа бәйле хәлде ҡарайыҡ, табиптар менән кәңәшләшәйек һәм киләһе аҙнанан тереләй күрешә башлайыҡ. Был файҙаға ғына булыр, – тине ул.
Алдан белдереүебеҙ буйынса, 3 июлдән мәктәп лагерҙары ла эш башлаясаҡ. 1 июлдән һауыҡтырыу лагерҙары асыласаҡ.
Фото: cdum.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: