Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 14:35

Сабый трассала яңғыҙы ни эшләгән?

Сабый уның бер һорауына ла йүнләп яуап бирә алмай, шулай ҙа бер ҡаршылыҡһыҙ таныш булмаған ағайҙың автомобиленә ултыра. Рәнис баланы полицияға илтә.

Һуңғы осорҙа балалар менән булған фажиғәле хәлдәр, һыуҙа батыуҙар, тәҙрәнән осоуҙар, автомобиль аҫтында һәләк булыуҙар, аҙашыу осраҡтары һәм башҡа тетрәндерерлек ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Тик вайымһыҙ ата-әсәләр әлегә кәмемәй.
Әбйәлилдә йәшәгән ир автомобилендә өйөнә ҡайтышлай фаралар яҡтыһында, юл ситендә йөрөгән бәләкәй генә ҡыҙҙы күреп, машинаһын туҡтата. Сабый уның бер һорауына ла йүнләп яуап бирә алмай, шулай ҙа бер ҡаршылыҡһыҙ таныш булмаған ағайҙың автомобиленә ултыра. Рәнис баланы полицияға илтә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе тиҙ табыла. Сабыйҙың сәләмәтлегенә бер хәүеф тә янамай, уның хәле һәйбәт, тиҙәр. Хәҙер ул өйөндә, тик ата-әсәгә баланың яңғыҙы трассала ни эшләп йөрөүен аңлатырға тура киләсәк. Ярай әле, юлда кескәйҙәргә битараф булмаған, яҡшы күңелле яҡташтары осраған.
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: