Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 11:00

Республика табиптарына – байрам бүләге

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Премьер-лигаһының “Өфө” – “Тамбов” футбол матчын ҡараны.

Сарала барлыҡ санитар нормалар, шул иҫәптән температура контроле, битлек тәртибе, социаль дистанция талаптары үтәлде.
Рәсәй Премьер-лигаһының яңыртылған миҙгеленең беренсе уйынында спортсылар, медицина хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт билдәһе күрһәтеп һәм уларҙы һөнәри байрамы менән ҡотлап, экипировка элементтарында “Табиптарға рәхмәт!” тигән яҙыу менән сыҡты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Өфө” футбол клубы медицина хеҙмәткәрҙәренә был матчты ҡарау өсөн 100 билет бүләк иткәйне.
Осрашыу һөҙөмтәле буйынса, өфөләр 23 турҙа 2:1 иҫәбе менән еңде.
Фото: glavarb.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Respublika-tabiptarina--bayram-b-l-ge-330730/
Читайте нас в