Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 13:30

Малайҙар бәйле булған...

Береһенең ҡулы өҙөлөп, кәүҙә өҫкә ҡалҡып сыҡҡан...

26 октябрҙән алып бар республика халҡы Мазовтар ғаиләһе өсөн борсолоп йәшәне. Тап ошо көндә ҡатыны менән талашҡан ир ике бәләкәй улын алып өйҙән сығып китә, һәм ғәйеп булалар. 37 йәшлек Артемға Эльмираның айырылышайыҡ тигән һүҙе оҡшамай.
Шул кистә ҡайтмағас, ҡатын шунда уҡ полицияға ғариза яҙа. Ғаиләне хоҡуҡ һаҡсылары, ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр эҙләй башлай. Ике көндән “Речные зори” шифаханаһы янында машиналары табыла. Шул уҡ мәлдә Ҡариҙел ярында өрөп тултырылған резина матрас килеп сыға.
Ғаилә һыуға батҡандыр тигән фараз иң беренселәрҙән була һәм аҙаҡҡа тиклем төп версия һанала. Тап ошо сәбәпле, уларҙы боҙ ятҡансы һәм боҙ китеү менән водолаздар һыуҙан эҙләй. Тик әлегәсә бер ниндәй һөҙөмтә лә юҡ ине.
Шуныһы аптырата: һигеҙ ай буйы эҙләү барып, бер һөҙөмтәгә лә килмәй, ни бары бер төн араһында ике бала ла табыла. Уларҙың бер-береһенән 40 километр алыҫлыҡта булыуы ла ғәжәп. Һәм бына ошо һорауҙарға яуап табылды кеүек. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтында хәбәр ителеүенсә, малайҙарҙың береһенең ҡулы өҙөлгән. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, балалар һыу аҫтында нимәгәлер бәйле булған. Һәм, ваҡыт үтеп, ҡул өҙөлгәс, кәүҙәләр өҫкә ҡалҡып сыҡҡан. Шуға күрә уларҙы тиҙ арала балыҡсылар таба ла.
Атай кеше әле һаман табылмаған. Тәфтишсе-криминалистар, Эске эштәр министрлығы вәкилдәре, ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр Артем Мазовты эҙләүҙе дауам итә. Был эштә махсус криминалистик техника файҙаланыла.
Әлеге ваҡиға бик күптәрҙе тетрәндерҙе, күңелдәрҙе әрнетте. Башҡа ундай хәлдәр булмаһын, бер-беребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Malay-ar-b-yle-bul-an-330077/
Читайте нас: