Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 14:20

Ике йылға колонияға һәм 30 мең һум штраф...

Чита гарнизоны хәрби суды Байкал аръяғы крайында хәрби часта ҡарауыл алышынғанда хеҙмәттәштәрен атып үлтергән һалдат Рәмил Шәмсетдиновҡа аресты өс айға оҙайтты.

Был хаҡта уның адвокаты Рауил Туғушев хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 25 октябрендә Рәмил Шәмсетдинов Байкал аръяғы биҫтәһендәге хәрби часта ҡарауылды алыштырыу ваҡытында хеҙмәттәштәренә ҡаршы ут аса. Һигеҙ хәрби һәләк була, тағы икәүһе яралана. Был хәлдең иң ихтимал сәбәбе тип «бабайсылыҡ»ты һанайҙар. Фажиғәгә уставтан тыш мөнәсәбәттәр килтергәне тураһындағы фаразды Оборона министрлығы комиссияһы ла раҫлаған.
Һалдаттарҙы мыҫҡыл итеүҙә ғәйепләнгән Руслан Мөхәтовҡа килгәндә, прокурор уны ике йылға колония-поселениеға ебәреүҙе һәм 30 мең һум штраф һалыуҙы һораған. Артабан хәл нисек булыр - күҙәтеп барырбыҙ.

Фото: Twitter.com
Самат Ғәлин
Читайте нас: