Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 14:55
Былай булырға тейеш түгел!
Балалар иҫеректәрҙән тапала, кешеләр һыуҙа бата...
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә һайын юлдарҙағы авариялар һәм республикала булған ғәҙәттән тыш хәлдәр иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай. Уҙған аҙна ике йәһәттән да ауыр булды. Ни бары ике-өс көн ара менән ике бала иҫерек водителдән тапалып һәләк булды.
Республиканың юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, үткән аҙнала 83 авария теркәлеп, уларҙа 108 кеше йәрәхәтләнгән, туғыҙ кеше һәләк булған.
– Йәмәғәтселек ҡәнәғәт түгел. Ике баланы иҫеректәр тапаны бит. Бер осраҡта иҫерек водитель тағы алкоголь алырға тип китеп барған, яңылыҡтарҙан күрһәттеләр. Бында ЮХХДИ-ға һорауҙар күп. Был йүнәлештә эште нығытырға кәрәк: тотоуҙар ойошторорға, иҫкәртеү эшмәкәрлеген көсәйтергә, телевидениены ҡушығыҙ. Был аҙнала комитет менән ЮХХДИ йыйылығыҙ, үҙ-ара һөйләшегеҙ, проблеманы хәл итегеҙ. Былай булырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар, һыуға батыуҙар тураһында һөйләне. Был йәһәттән дә һандар ҡыуандырмай. Һыуға батҡан кешеләр һаны артҡандан-арта. Республикала рәсми рәүештә 52 пляж асылған. Тик бөтөнләй пляжы булмаған райондар ҙа бар.
– Кешеләрҙең батыуына бәйле ауыр аҙна булды. 21 муниципалитет һаман пляждар асмаған. Тиҙ арала асығыҙ. Беҙ был турала һөйләшкәйнек, йыл һайын пляждар һаны артырға тейеш, сөнки беҙҙә йәй матур, һыу объекттары күп. Әлегә берешәр булһа ла пляж асылһын, киләһе аҙнала хәл тәртипкә килергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото:
bash.news
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bilay-bulir-a-teyesh-t-gel-331750/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан