Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 14:15

Бер ҡасан онотолмаҫ

Бөгөн Өфөләге В.И. Ленин исемендәге паркта тантаналы митинг үткәрелде һәм Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалынды.

Өфөләге В.И. Ленин исемендәге паркта тантаналы митинг үткәрелде һәм Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалынды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Башҡортостандағы йәштәр ижтимағи ойошмалары вәкилдәре, юнармеецтар һәм эҙләүселәр яуҙарҙа батырҙарса һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
– Һуңғы һалдаттың ғүмере өҙөлмәйенсә һуғыш та тамамланмай тип әйтәләр. Әле һаман эҙләүселәр тарихи дөрөҫлөктө һәм һалдаттарҙың исемдәрен тергеҙә. Шуныһы һөйөнөслө: эҙләүселәребеҙҙең эше ярҙамында ике яҡташыбыҙ тыуған яғына ҡайтты, – тип белдерҙе Ирек Сәғитов.
Ошо көндә “Укрепрайон 36” һәм “Дружина” эҙләү отрядтарының эше һөҙөмтәһендә Башҡортостандың Туймазы районынан 1941 йылдың ғинуарында хәбәрһеҙ юғалған Әхсән Әүхәҙи улы Әүхәҙиевтың һәм 1942 йылдың 28 сентябрендә һәләк булған Бүздәк районынан Миңлелатип Ғабдулла улы Ҡәйүмовтың һөйәктәре туғандарына тапшырылды. Улар тыуған яҡтарында ерләнәсәк.
– Бер ҡасан да ошондай шартарҙа “осрашырбыҙ” тип уйламағайным. Эҙләүселәр хәрәкәтенә ҙур рәхмәт! Ә үҙемдең туғаныма: “Өйөңә рәхим ит”, – тип өндәшәм, – тип һөйләй Миңлелатип Ғабдулла улының энеһе Рим Ҡәйүмов.
Хәтер һәм ҡайғы көнө сиктәрендә Башҡортостан “Донъя күгәрсене” флешмобына ҡушылды. Александр Матросов һәйкәле эргәһендә “Йондоҙ” тигән экспозиция барлыҡҡа килде. Ул ауыр һуғыш йылдарында Тыуған илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлап алып ҡалған ветерандарға рәхмәт билдәһе булған аҡ күгәрсендәр менән биҙәлгән.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ber-asan-onotolma-331748/
Читайте нас: