Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 14:15

Бал - иң сихәтле тәм-томдарҙың береһе. Ул һалҡын тейгәндә лә бик файҙалы. Әммә был уны дөрөҫ ҡулланғанда ғына.

Балды сәй менән эсмәйҙәр.

Балды сәй менән эсмәйҙәр. Тиҙ генә ашҡаҙанға йыуылып төшкәндә балдың файҙаһы аҙыраҡ. Бер лимонды ваҡ итеп турарға, шуға 2 аш ҡалағы бал ҡушырға. Лимонды аҡрын ғына ашарға. 20 минуттан мәтрүшкәле сәй эсергә һәм төрөнөп ятырға.
Тамаҡ шешкәндә, ангина, фарингит борсоғанда, ауыҙға бал ҡабып, аҙ-аҙлап йоторға. Балдың файҙалы үҙенсәлектәре йотҡолоҡ зонаһында бүленеп сыға. Артынан кәмендә 20 минут бер ни эсмәҫкә һәм ашамаҫҡа. Был процедураны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлап, сирҙән бик тиҙ ҡотолоп була.
https://gazeta-toratay.rbsmi.ru/articles/rubrika-1/Bal-aui-tira-330919/
Читайте нас: