Даирә
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 23:15

Әселегендә – көсө

Халыҡ медицинаһында балан елкенһенеүгә ҡаршы тороусы, ҡанды туҡтатыусы, һейҙек ҡыуҙырыусы, тынысландырыусы булараҡ уңышлы ҡулланыла. Унан яһалған ҡатнашмалар, төнәтмәләр теш урттары ҡанауҙан, тәнгә бетсә сығыуҙан, невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Шулай уҡ был еләк – витаминдар сығанағы ла. Составында С витамины айырыуса күп.

Дарыу сеймалы итеп баландың емештәре йыш ҡулланыла. Уның һуты ҡан тамырҙарын холестериндан таҙарта, организмдан токсиндарҙы, радионуклеидтарҙы, ауыр металдарҙы сығара. Балан һуты, нәҡ ҡатын-ҡыҙ организмына файҙалы матдәләргә бай булғанлыҡтан, һөт биҙе яман шешенә лә ҡаршы тора ала тип һанала.

Һутты былай яһайҙар: өс-дүрт тәлгәш еләкте яҡшылап йыуып, шуларға ҡайнаған бер стакан һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡаплап, биш минут тотҡас, һыуҙан алып, ағас ҡалаҡ менән иҙергә. Һутын марля аша һығып сығарырға ла шул уҡ һыуҙы өҫтәргә. Ҡайнар килеш эсергә лә ярай, һыуытып та. Тик әҙер һуттың һаҡланыу ваҡыты дүрт көндән артмай. Был ваҡытты оҙайтыу һәм файҙалы үҙенсәлектәрен арттырыу өсөн бер стакан һутҡа өс аш ҡалағы бал ҡушырға мөмкин.

Күкрәк яман шешенә ҡаршы һутты көнгә ике тапҡыр, ашағандан һуң 1-1,5 сәғәт үткәс, яртышар стакан эсергә кәрәк. Бер үк ваҡытта баландың иҙелгән емештәрен компресс итеп тә ҡулланалар.

Файҙаһы күплеккә ҡарамаҫтан, баланды ҡулланырға ярамаған осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, йөклө ваҡытта һәм бала имеҙгәндә, енес ағзаларында йоғошло ауырыуҙар булғанда, уны ашау тыйыла. Бөйөрҙә таштар барлығы асыҡланһа, ҡан баҫымы түбәнәйһә, ашҡаҙан йәки эсәк йәрәхәте бар икән, был емеште һаҡ ҡулланырға кәрәк.
Һәр осраҡта ла тәү сиратта табип менән кәңәшләшеү зарур.

Фото: mosgazon.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: