Бөгөн иһә сығышы менән Ейәнсураның Сирғол ауылынан булған Илсур Сулпан улы ла, Баймаҡ районының Сыңғыҙ егете Радмир Париж улы ла Өфөлә төпләнгән.
Учалыла уларға бәйле төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр булған. Концерттарҙа Туйсин менән Тайсин фамилияларын бутап иғлан иткәндәрен мәрәкә итеп һаман да һөйләйҙәр.
"Ҡайһы саҡ мин Илсур Туйсин булып киттем, тыуған ауылымды Сыңғыҙ тип тә әйттеләр, – ти пародист Илсур Тайсин. – Тамсы ла үпкәләмәй торғайным".
Радмир Туйсин әйтеүенсә, ауылдары ла "с" хәрефенә башланғас, был йәһәттән дә яңылышыуҙар булған.
Әммә ундай хәлдәргә егеттәрҙең иҫе китмәй. Оҡшашлыҡ хатта ижадтарыбыҙҙы байытып, киңәйтеп тә ебәргәндәй, ти улар.