Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 23:10

"Мин һәр саҡ киленем һәм ейәнем менән буласаҡмын"

“Ҡәйнәм дауаханаға эләккәс кенә икебеҙ ҙә ғүмерҙең шул тиклем ҡәҙерле икәнлеген һәм ҡайһы саҡта тиккә генә һүҙгә килешеп йәшәгәнебеҙҙе аңланыҡ, – ти Сәриә. – Быға тиклем ирем менән бер тапҡыр ныҡ ҡына әрләшкәндә ул: “Улым, минең һәр саҡ килен һәм ейәнем менән буласағым хаҡында онотма”, – тигәндән һуң ҡәйнәмә хөрмәтем артҡайны”.

Башта йәш килен менән ҡәйнә араһында төрлө хәлдәр булғылаған, әлбиттә. Әсәнең үҙенең берҙән-бер улын икенсе ҡатынға тиҙ генә “ышанып тапшырғыһы” ла килмәгәндер, бәлки. Әммә бына йәш ғаиләлә бәпес тыуғас, өләсәйҙең ҡарашы әллә күпмегә яҡшырған. Ул элекке кеүек “эшлекле” кәңәштәрен биреүҙән туҡтаған һәм улының ғаиләһенә йышыраҡ ҡунаҡҡа килә башлаған. Һәм килен ҡәйнәһенең, ысынлап та, үҙҙәре өсөн ихлас ҡыуанғанлығын күргән.
Тик бына күп тә үтмәй, өләсәйҙең йөрәгенә яҡын арала операция кәрәклеге асыҡланған. “Ирем менән яҡшы табипты таптыҡ. Операция көнө билдәләнде. Ошо ваҡытты көткәнсе ҡәйнәм шул тиклем ныҡ ябыҡты, ҡартайҙы һәм күҙ алдында шиңгән кеүек тойолдо”, – ти Сәриә.
Тик ҡәйнә кеше, нисек кенә ҡыйын булмаһын, бер ҡасан да зарланмаған һәм, һыҙланыуҙар йөҙәтһә лә, ауыр һүҙ әйтмәгән, үҙе булып ҡала алған. “Ныҡлы рухлы булыуына хайран ҡалдым. Һәр саҡ йылмайырға тырышты. Үҙем дә уның ҡасан һыҙланғанын һиҙемләй башланым. Бына ошондай яҡынлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде”, – ти Сәриә.
Операция алдынан ҡатынды дауаханаға һалғандар. Уның хәлен белешергә ейәне менән килене көн һайын йөрөгән. Ярай әле аҙаҡ операция ла уңышлы үткән. Медицина хеҙмәткәрҙәре оло кешегә тормош матурлыҡтарына һоҡланып йәшәү бәхетен бүләк итә. Әкренләп хәл-көс йыя ҡәйнә. “Операция көнө әле һаман хәтеремдә. Беренсе тапҡыр ҡәйнәмдең күҙ йәштәрен күрҙем. Шул ваҡытта беҙ оҙаҡ ҡына уның менән ҡосаҡлашып ултырҙыҡ”, – ти Сәриә.
Килен менән ейәне көн һайын дауаханаға оло кешенең хәлен белешергә бара. “Тап ошо дауаханала яҙмыштың беҙгә өмөт-ышаныс биреүен аңланыҡ. Икебеҙ ҙә үҙгәрҙек. Мин, бәләкәй саҡта әсәйемде юғалтҡан кеше, иң ҡәҙерле кешемде ҡәйнәм йөҙөндә таптым”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты килен.
Бәлә-ҡайғы тормошҡа икенсе ҡараш ташларға мәжбүр итә шул...
Фото: story-house.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: